logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Башҡорт теле – дәүләт теле” исемле акция ойошторолдо.

Бөгөн 14 декабрҙә, республикала һәм унан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Республика Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдан рәсми рәүештә үткәрелә. Туған тел кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең илһөйәр, үҙ халҡының улы, ҡыҙы булыуы ла туған телгә бәйләнгән.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡорт теле көнө айҡанлы Баймаҡ районы хакимиәте бинаһында “Башҡорт теле – дәүләт теле” исемле акция ойошторҙо. Уның сиктәрендә китапхана хеҙмәткәрҙәре район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге менән берлектә белгестәргә рус теленән башҡортсаға һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе һәм мәҡәлдәрҙе тәржемә итергә тәҡдим итте. Хакимиәт белгестәре көндәлек тормошта һәм эшмәкәрлектәрендә йыш осраған һүҙҙәрҙе тәржемәләп, туған телен белеү кимәлен баһалай алды.