logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Башҡорт теле көнө

Башҡортостан Башлығы ҡарарына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡаланың 1-се, 3-сө һәм 5-се һанлы мәктәптәрендә “Туған телем –наҙлы, хисле, йырлы башҡорт телем” тип аталған китапхана дәресе үткәрҙе. Сарала уҡыусылар районыбыҙҙан сыҡҡан шағирҙарыбыҙҙы, яҙыусыларыбыҙҙы иҫкә төшөрҙө, уларҙың ижадына байҡау яһаны. Артабан, командаларға бүленеп, “Тапҡырҙар һәм зирәктәр” бәйгеһендә көс һынаштылар. Азамат Ишемғужиндың “Һайлау” кинофильмы уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты, сюжет буйынса йәнле аралашыу ҙа ойошторолдо.