Башҡорт теле көнөн халыҡ яҙыусыһы менән ҡаршыланыҡ.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнөнә ҡарата бай йөкмәткеле сара уҙҙы. Унда БР халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Әҙибә менән осрашыуға райондың төрлө ауылдарынан, ҡаланан әҙәбиәт һөйөүселәр, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад беркемәһе, “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары, Ағинәйҙәр, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе ветерандары, китапханасылар, башҡорт теле уҡытыусылары, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары килде. Таңсулпан Ғарипова – 90-сы йылдарҙа мәктәптәргә, балалар баҡсаларына туған телебеҙҙе индереүгә, Учалыла башҡортса район гәзите сығарыуға, Сибай телевидениеһының башҡорт редакцияһының эшмәкәрлегенә күп көс һала, мәғрифәтселек өлкәһендә ең һыҙғанып эшләй. Ижадсы, яҙыусы булараҡ иһә тиҫтәләгән йылдар халыҡтың, милләттең аңын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Яҙыусы телгә, милләткә ҡағылған мәсьәләләргә туҡталды, ижадына бәйле бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу барышында китапхана тарафынан ижадсы балалар араһында иғлан ителгән “Сәләмәт рух” район конкурсына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәре тәбрикләнде. Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Таңсулпан Ғарипова ҡулынан алып һөйөндө. Әйткәндәй конкурста ҡатнашыусыларҙың күптәренең эше әҙибә ижадына арналғайны. Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәре буйынса төрлө йылдарҙа китап уҡыусылар конференциялары, әңгәмәләр, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр, китапхана дәрестәре, йылы осрашыуҙар ойошторола. Быйыл Баймаҡ китапханаһы ауыл биләмәләре араһында иғлан иткән “Сәләмәтлек көндәлеге” район конкурсы сиктәрендә бер нисә ауылда – шул иҫәптән Күсейҙә лә яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде. Осрашыуға йән атып килгән күсейҙәр “Ҡыҙыл башмаҡтар” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштереп, залда ултырыусыларҙың күңелен тетрәтте. Күсей ауыл китапханасыһы Вилиә Латыпова әҙибәгә ауылдаштарының ҡайнар сәләмен еткерҙе. Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуының 190 йыллығына, Башҡорт теле көнөнә, Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Сөмбөл Юлбахтина, Илнур Аслаев, Ғәлинур Ҡарасуриндың, Балалар ижады үҙәге фольклор берекмәһе тәрбиәләнеүселәренең, “Шатлыҡ” берекмәһе йәш сәсәндәренең, мәғариф ветераны Ғәйниямал Ишалинаның, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Яҙгөл Иҙелбаеваның, “Йондоҙло” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Басир Сәфәрғәлиндың рухлы, шиғри-моңло сығыштары кисәгә йәм, дәрт өҫтәне. Баймаҡ китапханаһы директоры Зилә Мортазина Башҡорт теле көнөнә арналған сараға мәртәбә өҫтәп килгәне өсөн Таңсулпан Ғариповаға, сарала ҡатнашыусыларға, “Сәләмәт рух” конкурсы еңеүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе. Йылы һәм йәнле осрашыу Рәми Ғариповтың данлыҡлы “Туған тел” шиғырына яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор Борис Хәйретдинов ижад иткән йырҙы бергәләп башҡарыу менән тамамланды.