logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Башҡорт теле көнө уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең һәм Крайҙы өйрәнеүселәр клубының сираттағы ултырышы үтте.

Был сара алдынан социаль селтәрҙә ай буйына “Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..” исемле флешмоб барҙы. Унда берекмәнең әүҙем ағзалары менән берлектә яҡташ яҙыусылар Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, шағирә Фирүзә Абдуллина ла нисек китаптарын сығарыу тарихтарын бәйән итте. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: “Китап” нәшриәтендә китап сығарыуы еңел булмаған шарттарҙа һәүәҫкәр ижадсылар менән бергә профессиональ яҙыусылар ҙа үҙнәшер юлы менән китап сығарыу хаҡында ҡыҙыҡһына. Шуға күрә сараға эшҡыуар, «ЗауралИнформ» нәшриәтенең генераль директоры, шулай уҡ социолог, коуч-психолог Айбулат Уразбахтин һәм яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева спикер итеп саҡырылды.
Ҡунаҡтар “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижады тупланған күргәҙмәһе менән танышты. Артабан Айбулат Алек улы үҙе етәкләгән нәшриәттең эшмәкәрлеге һәм шарттары хаҡында һөйләне, шулай уҡ элекке Сибай типографияһын да үҙенең ҡарамағына алып, китап сығарыу һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеүҙәре хаҡында бәйән итте.
Үҙнәшер юлы менән иң күп китап сығарыусы автор Рәйсә Иҫәнбаева, шиғри китаптар сығарыусы Зәкиә Сөләймәнова һәм Фәриҙә Исмәғилева, крайҙы өйрәнеү буйынса байтаҡ китаптар авторы Ирек Бикмәтов, 30 йыл буйына туплаған мәғлүмәттәрҙән “Йылайыр буйында Йылым” китабын баҫтырған Ғәле Фәхретдинов, яңы ғына донъя күргән “Тарих һаҡлай Йолалы” китабы авторҙары Фәйзулла Сарин һәм Сәрүәр Иҙелбаева үҙҙәренең китаптарын сығарыу тарихын һөйләнеләр. Яҙғандарын йыйынтыҡ итеп баҫтырырға хыялланған ижадсыларға китап сығарыуҙан ҡурҡмаҫҡа, тәүәккәл булырға саҡырҙы улар. Бындай кисәлә тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Гөлдәр Кәримова һәм Мәрйәм Килдейәрова ла үҙҙәренең ижады менән таныштырып бик матур сығыш яһаны.
Яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева “Китап” нәшриәтендә китап сығарыу тәртиптәре менән таныштырҙы. Үҙенең тәүге тапҡыр үҙнәшер юлы менән “Инеш” нәшриәтендә донъя күргән “Бәхет өсөн ергә килгәнмен” исемле китабы менән таныштырып, бер нисә данаһын китапханаға бүләк итте.
Кисәне алып барыусы Айгөл Иҙелбаева китапханала ла брошюра сығарып булыуы хаҡында хәбәр итеп, яңыраҡ ҡына ул етәкләгән “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары өсөн сығарған “Игебәй мәктәбе” клубының онлайн дәрестәре” тип аталған йыйынтыҡ менән таныштырҙы. Был китапсыҡ шиғыр яҙған балалар һәм ижадсылар менән эшләгән педагогтар өсөн методик ҡулланма буласаҡ.
Кисә һуңында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙы Сабирова ай буйына барған флешмоб сиктәрендә “Йәнгүҙәй”ҙең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә баҫыла барған “Мин нисек тәүге китабымды сығарҙым?..” исемле яҙмаларҙы ҡыҙыҡһынып уҡып барыуы тураһында һөйләне. Йыл буйына сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан “Йәнгүҙәй”селәрҙе Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Спикерҙар Айбулат Уразбахтин менән Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Китап сығарыуы, ысынлап та, еңел хеҙмәт түгел. Бигерәк тә, үҙнәшер менән. Ул егәрлелек, ныҡышлыҡ менән бер рәттән финанс сығымдарын да талап итә. Әммә “йәнгүҙәйҙәр” бер ҙә бирешмәй – йыл һайын 2-3, хатта күберәк тә авторһар үҙҙәренең ижад емештәрен китап итеп сығарып, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып тора. Киләсәктә “Китап” нәшриәтендә лә баҫылып, авторҙарыбыҙҙың ҡыуаныстарын бергәләп уртаҡлашырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Кисәнең икенсе өлөшөндә Айбулат Уразбахтин үҙеңде бәхетле тойорға өйрәнеү ҡағиҙәһе хаҡындағы фәлсәфәүи фекерҙәре менән бүлеште. Уларҙың нигеҙҙәре “Урал батыр” эпосында ятыуы хаҡында әйтеп, уны ҡабаттан яңы күҙлектән уҡып сығырға саҡырҙы.