«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2026»
Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2026» акцияһында ҡатнашыу өсөн милләтәштәребеҙ йыйылды! Был сара — башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм уның абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарылған мөһим ваҡиға. Диктант ул туған телебеҙгә булған һөйөүҙе, ихтирамды күрһәтеү, берләшеү һәм берҙәмлек байрамы.
Бөгөнгө диктант тик белемде тикшереү генә түгел, ә рухи берҙәмлек, тыуған ергә, мәҙәниәткә һөйөү тойғоһо ла. Тыуған телебеҙ йәшәһен, байыһын, гөрләһен!