logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Башҡортомдың рухлы ҡыҙы”

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған “Туған телгә йөҙ аҙым” проекты сиктәрендә “Башҡортомдың рухлы ҡыҙы”исемле мәғлүмәт сәғәте уҙҙы.
Сарала ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбе һәм лицей-интернат уҡыусылары, Һәҙиә Дәүләтшинаның туғаны, мәғариф ветераны, Аҡморон “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Рәшиҙә Фәттәхова, ҡала “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы, мәғариф ветераны Клара Урыҫбаевалар ҡатнашты. Шәхес культы арҡаһында ҙур ауырлыҡтарға осрауына ҡарамаҫтан, уның халыҡ тормошо тураһында монументаль роман тыуҙырған Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәре менән таныштырғандан һуң, яҙыусының ижады буйынса фекер алышыу сараның матур күренеше булды. Лицей-интернаты уҡыусылары Алтынай Сәлихова, Ислам Килдейәров, Наҙгөл Мостафиналарҙың үҙенсәлекле фекер йөрөтөүҙәре һоҡландырҙы. Рәшиҙә Фәттәхова яҙыусының Баймаҡ ерлеге менән бәйләнгән яҙмышы,уның туғандары , ҡот осҡос золом ҡорбаны булған ғаиләнең аяныслы яҙмышы тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Сарала ҡатнашыусылар Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан беренсе талантлы романсы Һәҙиә Дәүләтшина тураһында видеояҙма ҡарап уйландылар. Мәғлүмәт сәғәте Һ.Дәүләтшина ижады буйынса үткәрелгән викторина менән тамамланды.