“БАШҠОРТОСТАН” БЕҘҘӘН БАШЛАНА
Юлай Ишбулды улы инициативаһы менән ойошторолған сара таҡтаташ-стелаға сәскә һалыуҙан башланды. Артабан ҡунаҡтар мәктәпкә йыйылды. Тарихи кисәлә алыҫ араларҙы яҡын итеп баш ҡалабыҙҙан килгән ҡунаҡтар – ҡурайсы, фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов, билдәле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Таһир Ишкинин һәм Башҡортостандың Фәндәр академияһы Башҡорт энциклопедияһы институтының бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Ишкинина, Нурания Хәбибрахман ҡыҙы Ишкинина һәм химия фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхәт Мостафин, Сибай ҡалаһынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Байегетова, шулай уҡ ауылдаштары, мөһим сараны тамаша ҡылырға килгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ҡатнашты.
Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары һәм ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Хазина” фольклор ансамбле башҡарыуында яңғыраған Шәйехзада Бабичтың “Башҡортостан” шиғыры һәм йыры, шулай Әхсән Салихов башҡарыуындағы башҡорт халыҡ “Урал” йыры кисәгә рух һәм тантана өҫтәне. Кисәлә “Уҙаман” тапшырыуынан өҙөктәр күрһәтелде. Шәйехзада Бабичтың шәхесе, сәйәси эшмәкәрлеге һәм ижады менән Сыңғыҙ ауылы моделле китапханаһы китапханасыһы Миңзәлә Аллабирҙе ҡыҙы Шахморатова таныштырҙы. Ҡунаҡтар һәр береһе Вәлиулла Шоңҡаров тураһында үҙҙәре белгән мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Башҡортостандың Фәндәр академияһы Башҡорт энциклопедияһы институтының бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Ишкинина ауыл китапханаһына энциклопедия, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Байегетова үҙе башҡарған тикшеренеү эштәренең тупланмаһын бүләк итте.
Бәрәкәтле ерлегебеҙҙә булып үткән тарихи ваҡиғаны йәш быуын да онотмай, тикшереү, эҙләнеү эштәре башҡара. Хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялдағы педагог – ул саҡтағы Таулыҡай мәктәбенең рухлы уҡытыусыһы Гүзәл Байегетова етәкселегендә уҡыусылар республика кимәлендә бик күп конкурстарҙа еңеү яулай. Сарала Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы ошо хаҡта һөйләне. Ауылдаштарын ҡуҙғатып, тарихи сараны мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән ауылдың ҡоролтай рәйесе Йәүҙәт Мөхәмәтйәров ошондай тарихи сараны һаҡлау һәм тергеҙеү йәһәтенән башлап йөрөүсе яҡташыбыҙ Юлай Ғәйнетдиновҡа рәхмәт белдерһә, Юлай Ишбулды улы булғандары өсөн ауылдаштарына рәхмәтен еткерҙе. Бөйөк шағирҙың һәм тыуған Башҡортостаныбыҙҙың автономиялы республикаһын барлыҡҡа килтереүгә бөтә йәнен, йөрәген биргән ысын ир-егеттәребеҙ рухына бер минут тынлыҡ иғлан ителде.