logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Башҡортостан – шәхестәр төйәге”

Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостан республикаһының үҙаллылығына ҡарата “Башҡортостан – шәхестәр төйәге” исемле библиосәйәхәт уҙҙы. Китапханасылар ҡаланың 3-се мәктәбе  уҡыусыларын республиканың ҡыҫҡаса тарихы, виртуаль китап күргәҙмәһе менән таныштырҙылар. Уҡыу залында ойошторолған “Башҡортостан –башҡорт иле, шунда беҙҙең тамырҙар” исемле китап күргәҙмәһе ҡыҙыҡһыныу уятты. Ағиҙел журналында баҫылып сыҡҡан  Ғәлим Хисамовтың “Президент Рәхимов” документаль романына туҡталып, ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырҙылар. Тарихсы, яугир Алдар батыр тураһында яҙған “Ете лә генә ырыу- береһе бөрйән”китабының авторы Борис Хәйретдинов “Кем ул Алдар батыр?” тигән һорауға ҡыҫҡаса мәғлүмәт еткерҙе.Уҡыусылар республикаға ҡағылышлы викторинала бик әүҙем ҡатнаштылар. Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан Алдар батырҙың һәйкәленә сәйәхәт ҡылыу- сарала ҡатнашыусылар  күңелендә үҙ шәхестәребеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятты һәм күңелдәрендә яҡты иҫтәлек булып  һаҡланыр.