“Башҡортостан – тыуған илем”
Яҡынлашып килгән республика көнө уңайынан ҡаланың 4-се лицейының 9-сы класс уҡыусылары өсөн “Башҡортостан – тыуған илем” сараһы үтте. Уҡыусылар республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, иҫтәлекле урындары менән танышты. Викторина уйынында ҡатнашып тыуған яғыбыҙ тураһындағы белемдәрен дә нығытты.