logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!”

ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН –
ФИРҘӘҮЕС МЫРҘАБУЛАТОВА!

1958 йылда Баймаҡ районының Алғаҙы ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға килгәнмен. Тыуған ауылымда – дүрт йыллыҡ, Әбделкәримдә – һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрҙә уҡып, урта белемде Йомаш ауылында тамамлап ҡуйҙым. Сибай ҡалаһында бер йыл уҡығандан һуң, Сибай тегеү фабрикаһында эшләнем. Унан ауылға ҡайтып, тормошҡа сыҡтым. Таҡта ярыу заводында хеҙмәт көсө түктем, фермала быҙау ҡараусы, һауынсы булдым. Мәктәп буфетында ла эшләргә тура килде. Тормош иптәшем Мырҙабулатов Миннибай менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙек.
2018 йылда “Тормош – һынау” исемле тәүге йыйынтығым сыҡты. Шиғыр яҙыу һәләтемде Аллаһы тәғәлә тарафынан миңә йөкмәтелгән ҙур бурыс тип һанайым.

ИСЛАМ ДИНЕ
Исламдың тотҡан юлы ул –
Урталыҡтан барыр юл.
Уңға түгел, һулға түгел
Хаталанмай барыр ул.
Исламда үлсәүҙәр тигеҙ
Уңға аумай, һулға ла.
Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел
Дәүмәл күпме булһа ла.
Сиктән-сиккә һуғылыу юҡ
Ике сик тә хәүефле,
Ҡөръән менән сөннәт етә –
Тотонғандар шәрифле.
Самалар саманан ашмай
Тормош ниндәй булһа ла.
Ислам беҙгә тәбиғи дин
Шуға тоғро юл һала.

ТӘҮБӘ ҠАПҠАЛАРЫ ӘЛЕ АСЫҠ
Пәйғәмбәрем ғәләйһиссәләмдең
Сөннәтенә инәм – мәшАллаһ,
Уның шәфәғәтен насип итһен
Бер Аллаһым Үҙе – иншәАллаһ.
Сөннәт ураҙаға тотонамын,
Хәләлдән дә бер аҙ тыйылам.
Афәт, бәлә, фетнә ҡағылмаһын
Тик Бер Аллаһыма һыйынам.
Һәр заманда фетнә ҡубып тора,
Ауырыу ҙа беҙгә һынау бит.
Тура юлдан таймаһындар тиеп,
Раббым әйтә: ” Ҡолом, йыһат ит!”
Күренмәгән дошман янда йөрөй
Аҙҙырырға Әҙәм балаһын,
Бөгөн мәкер һис бер булмағанса
Бөрөп тотҡан бәндә яғаһын…
Һәр йән өсөн оло алыш бара,
Һәр көнөбөҙ – йыһат яланы.
Тәүбә ҡапҡалары әле асыҡ –
Һис беребеҙ һуңға
Ҡалмаһын!!!

ТАҢДАҒЫ ЙЫҺАТ
Төн ахыры –
Бөләңгерт таң алды,
Төн менән көн килеп бәрешә.
Көн дә ҡабатлана ошо алыш
Ҡараңғы һәм яҡты көрәшә.
Төн ахыры –
Эй, татлы ла йоҡо!
Нисек тормаҡ йылы түшәктән?
Тән нәфсеһе – йоҡо, ҡаты ҡыҫҡан
Ах!
Айнырға ошо ҡосаҡтан!
Тор, мосолман!
Был һинең йыһатың
Ҡаты алыштарҙан ҡатыраҡ,
Йылы түшәк һиңә яу яланы,
Иблис – дошман төшһөн ҡалтырап.
Әгәр тормай ҡалһаң – иблис еңер,
Ул тантана итер өҫтөңдән.
Намаҙ ҡылмай ҡалһаң таң алдынан
Үлекһең һин –
Мәхрүм көсөңдән.
Тор, мосолман!!!
Баҫтыр намаҙыңды
Ҡараңғы гүр һине ҡосмаҫтан,
Яҡтылыҡты тултыр йөрәгеңә
Ғәзиз ғүмеркәйең үтмәҫтән.

ОЛОЛАРҒА ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ
Алтын ғына һары көҙ сыуағы
Үтеп кенә китер,
Беләбеҙ,
Яҙ, йәйебеҙ үтте, көҙҙөң дә беҙ
Ахырына табан киләбеҙ.
Теләһәк тә ҡабат ҡосмаҫ беҙҙе
Мең сәскәле йәйҙең аҡланы,
Әсе елдәр, ҡырау, рашҡы булыр
Һәм
Ҡыш шаҡыр ахыр ҡапҡаны…
Ололарға байрам тиккә генә
Октябргә тәңгәл килгәнме?
Әллә Аллаһ:
” Ҡышың көтә!” – тиеп
Һуңғы киҫәтеүен биргәнме?
Нисә тапҡыр гонаһтарыбыҙға
Абынып та китеп ҡоланыҡ!
Раббыбыҙҙы таныныҡмы әле?
Тәүбәләргә ҡайтып иланыҡ?
Беҙ һаман да ғәмһеҙ ҡалырбыҙмы?
Ҡасан ҡулға Ҡөръән алырбыҙ?
Әхирәтебеҙгә әҙерләнер
Ваҡытты беҙ ҡасан табырбыҙ?
Оло тормош үткән
Оло кеше,
Алдамаһын һине был донъя!
Тегеһендә – Ожмах!
Йәки тамуҡ
Башҡа барыр урын
Юҡ унда…

СЕБЕР
Кинәт төшкән сәфәр
Йыйындырҙы юлға,
Мин алмаған билет
Тотторолдо ҡулға.

Поезд тәҙрәһендә
Себер урмандары,
Сикһеҙ киңлектәрҙең
Ҡарлы юрғандары.

Рәсәй ҡоласында
Төнгө ҡалалары
Йондоҙлоҡтар кеүек
Балҡып ҡала бара.

Бөгөн дә бәндәләр
Себер олағалар,
Һөрөлөп түгел — теләп
Алыҫ юл алалар.

Себер, Себер – тиҙәр-
Лайыҡ тормош бирә,
Һин дә эшкә барып
Әйҙә, аҡса көрә !

Оҙон төнлө Себер,
Ҡыҫҡаҡ көнө – эңер.
Ҡырыҫ һыуығына
Барыһы ла мы түҙер ?

Мин дә көтмәгәйнем
Себер китте башым
Әл дә – эшкә түгел
Көтә ҡунаҡ ашы.

ЕТЕ ТӨНӨМ

Ете төрлө уй урланы
Ете төнөм йоҡоһон.
Ете тороп шиғыр яҙам
Йоҡоһоҙҙар уҡыһын.

Ете төндә елдәр олой
Ойоуымды ҡасырып,
Уйҙарымды тыялманым,
Ҡуйалманым баҫырып.

Ете төнөм етмәй ҡала,
Бөтмәй ҡала һүҙҙәрем.
Етлекмәгән һүҙ көтмәгеҙ
Емешләнгән көҙҙәрем!
ИКЕ ҺЫҢАР – БЕР ПАР

Яңғыҙҙарҙың хәле яман
Яңғыҙлыҡ – ярым хәләт.
Түңәрәк булып тулырға
Икенсе яртың кәрәк.

Ир һәм ҡатын ике һыңар
Бере – беренә терәк,
Аллаһ ризалығын алып
Ишләнегеҙ тиҙерәк!

Әҙәм ғ.с. теүәл булалмаған
Һауаһыҙ р.ғ. – “ҡабырғаһыҙ”,
Парлы йәшәгәндә генә
Тыныслыҡ табырһығыҙ.

Һынған “ҡабырғалы” ирҙе,
Йә, шыпа “ҡабырғаһыҙ”
Йүткералмаҫ, сөскөралмаҫ
Би-сара табырһығыҙ.

Ә бына яңғыҙ ҡатынды –
Эйәһеҙ “ҡабырғаны”
Үткенсе һәр бер эт талар,
Типкеләр абынғаны.

Ҡатынһыҙ ирҙәрҙең хәле
Аяныслы,
Әммә лә…
Ирһеҙ ҡатындарҙың көнөн
Кисермә һин,
Күрмә лә!!!.

ҺАҠМАР ТУҒАЙҘАРЫН ҺЫУ АЛҒАН…

Йәшлек юлдарымдан урап ҡайттым
Үткәндәргә ҡайтып килгәндәй,
Иҫкә төштө эштә үткән йылдар,
Хәтирәләр… сылбыр үргәндәй…

Йылдар менән бергә ер үҙгәргән,
Ер генәме ?
Донъя төрләнде
Ҙур совхоз да бөттө, мал да китте,
Беҙ ҙә күрҙек халыҡ күргәнде.

Һаҡмар һыуҙы быуып, туғайҙарҙы
Тултырҙылар дарья сайпылтып.
Ана ! Геүләп кәмә үтеп бара
Өсмөйөшлө тулҡын ятҡыртып.

Һауын гурттарының урынында
Тиреҫ өйөмдәре ҡарайа,
Хәтер һуҙып, күренеште боҙоп
Аумай ҡалған диуар ағара…

Усаҡ төтәтәләр балыҡсылар
Ҡыҙылъярҙы сыҡһаң әйләнеп,
Яманташтың текә ҡаяһына
Оялаған бөркөт ғаиләһе.

Ҙур һыу килгәс үҫкән тал- тирәктәр
Тауҙар билен ташлы яр итеп,
Пырлап осоп китә пар өйрәктәр,
Аҡсарлаҡтар оса сааар итеп.

Һыу аҫтында ҡалған туғайҙарҙай
Ятып ҡалды шунда йәшлегем…
Ғүмеркәйем йәйе үтеп китте
Ҡояшҡайым инде кисләгән…