logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!..” ПРОЕКТЫНДА БӨГӨН – ӘЛФИӘ БИКТАШЕВА!

Бикташева (Ғүмәрова) Әлфиә Хөрмәт ҡыҙы 1956 йылдың 20 майында Баймаҡ районы Ярат ауылында тыуған. 10-сы класты тамамлағандан һуң, 1 йыл төҙөлөштә (ПМК-45) ташсы ярҙамсыһы булып эшләй. 1974 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. 1979 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып Ниғәмәт ауылында хеҙмәт юлын башлай.
Әлфиә Хөрмәт ҡыҙы 15 йыл ғүмерен уҡытыуға бағышлай. Артабан уны тормош юлдары Мәскәү ҡалаһына илтә. Хәҙерге көндә ул Баймаҡ ҡалаһында йәшәй.
Әлфиә Бикташева “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы. Ижад менән йәштән шөғөлләнә, шиғырҙары, хикәйәләре район һәм республика матбуғатында донъя күреп тора. Төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, “Рухымдың аҡ ҡошо” тип аталған күренекле шағирә Йомабикә Ильясова исемендәге премия лауреаты. “Аҡ йондоҙға еләм” шиғри йыйынтыҡ авторы.
Әйткәндәй, быйыл Әлфиә ханым үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уға киләсәктә лә ижади үрҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйек!!!

ҺИҢӘ БАРАМ
Болоттарҙы ябынып ҡына иңгә
Ҡош юлынан ярып үтермен.
Торған ерең йондоҙ иле булһын,
Барыбер мин барып етермен.
Тормош шарлауығы таш емереп,
Ҡаршы ығып сыҡһын юлыма.
Әрнеү-көйөүҙәрҙән аралармын
Устарымды ҡуйып усыңа.
Тәңкә йондоҙҙарҙы сүпләй-сүпләй
Һанайым мин үткән юлымды.
Һағышыңды айға алып ат та,
Һуҙ һин миңә, һуҙсы ҡулыңды.

ТАЛҠАҪТА
Кәмәм менән талғын ғына
Йырып барам ҡамыштарҙы.
Фирүзә ҡаш Талҡаҫ һыуы
Күҙҙәремде ҡамаштырҙы.
Сәстәремде шифа һыуы
Елфер-елфер ебәк итте.
Наҙлы елдәр арттан ҡалмай
Һөйөп үбә һаман биттән.
Күпме һаулыҡ бирҙең, күлем,
Бронза кеүек булды тәнем.
Тынысланыр инде күңелем,
Рәхәтләнер инде йәнем.

ӘЙТӘҺЕ ҺҮҘҘӘР
Әйтәһе һүҙҙәр – умарта күсе,
Тупланып тора мейе эсендә.
Атылып осһа барыр еренә,
Һәр береһе бит ҡеүәт-көсөндә.
Әйтәһе һүҙҙәр төрлө-төрлөләр –
Татлыһы ла бар, бар бик зәһәре.
Кеше һүҙе бит кеше үлтерә,
Бик ауыр булыр тейһә ҡәһәре.
Кешегә ҡанат биргәндәй була
Аҡыллы, яҡшы теләкле һүҙҙәр.
Ауыр һүҙҙәрҙән күңел кителә,
Балҡыған күҙҙең йондоҙо һүнә.
Кешеләр, берүк абай булығыҙ,
Белегеҙ һәр саҡ һүҙҙәрҙең көсөн.
Ташты иретер һүҙҙәр табығыҙ,
Әйтегеҙ һүҙҙе тик күңел өсөн!

АҠ ЕЛКӘН
Бик үкенесле була яҙмышың
Күңел менән ғүмер итмәһәң.
Ауыр ҙа икән уҙған ғүмерең
Һин теләгәнсә генә үтмәһә.
Яҙмыштан беҙ бик күп һорайбыҙ ҙа,
Тик аҙ ғынаһы килә алдыңа.
Килер әле, булыр әле, тиеп
Күптәр, бик күптәр йәшәй алданып.

Шаулап яуған ташҡын ямғырҙай
Наҙлы яҙым үтеп тә киткән.
Төрлө төҫлө япраҡ таратҡан
Моңһоу көҙөм килеп тә еткән.
Ниңә генә аҡыл менән йөрәк
Килешеп йәшәмәй икән?
Йөрәк көтә, һаман ниҙер көтә,
Ә алыҫта – аҡ елкән…

КҮКТӘ ГЕНӘ БУЛЫР СӘФӘРЕМ
Бар хозурын һибеп тәбиғәттең
Көҙ батшаһы килде тағы ла.
Алтын тәңкәләре баҙырайып
Һылыу ҡайындарҙа сағыла.
Нурланып та торған шул тәңкәләр,
Елдәр иҫһә, ергә яуалар.
Ҡыштыр-ҡыштыр килгән япраҡтары
Йөрәк ярһыуыма дауалар.
Ваҡыт етһә, мин дә ана шулай
Өҙөлөрмөн йәшәү ағасынан.
Ғәзиз йәнем күккә олғашһа ла,
Туҡтап ҡалмаҫ тормош ағышынан.
Бөтәһе лә матур килеш ҡалыр,
Йәйе – йәшел, көҙө – саф һары…
Бөтәһен дә ташлап китермен дә,
Күктә генә булыр сәфәрем…

БЫУАР ЙЫЛАН
Быуар йылан килде шыуышып,
Ауыр хәлдә ҡалды илгенәм.
Быуып хәлен алып кешеләрҙең,
Ауырлыҡтар һалды иңенә.
Тажлы вирус бик мәкерле икән,
Һиҙҙермәйсә килеп инә ул.
Өй эстәре менән ауырытып,
Үпкәләргә килеп тула ул.
Үпкәләрҙе тиҙләп серетеп,
Кешеләрҙе гүргә кер(е)тә ул,
Ниндәй иркенлектә йәшәгәнбеҙ,
Хәҙер бәхетебеҙгә кәртә – ул!
Тәбиғәттең саф һауаһын еҫкәп,
Рәхәт йәшәгәнбеҙ, борсолмай.
Өйҙән хәҙер сығып йөрөп булмай,
Күршеләргә ишек асылмай.
Ә шулай ҙа бирешмәйек әле,
Ташламаһын беҙҙе, Хоҙайым.
Беҙҙе ҡыуандырып балҡып торһон
Көс-дәрт биргән ҡояш һәм айым.

АҠ ЙОНДОҘҒА ЕЛӘМ
Буҙ толпарҙай еләм аҡ йондоҙға,
Саялығым менән алдырып.
Йөрөгәнем бар бит сәмем менән
Башҡаларҙы хайран ҡалдырып.
Буҙ толпарҙай еләм аҡ йондоҙға,
Йылдар беләгенә таянып.
Етәлмаһам барыр хыялыма,
Ах, аяныс булыр, аяныс…

ӘСӘЙЕМӘ
Хәл белергә генә киткән ерҙән
Юҡ булдың да ҡуйҙың, әсәйем.
Ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек булды,
Ауыр ҡайғыларҙан сәсәйем.
Әйткән һүҙең оло аҡыл ине,
Була ине йөрәк бальзамы.
Һинең фатихаңда беҙ йәшәйбеҙ,
Ә һин беҙҙең менән ризамы?
Бер ҡарашың ғына етә ине
Бала саҡта тәртип боҙғанда.
Һәйбәт булһаң – йылы нурҙар тамды,
Эште боҙһаң – унда боҙ ғына.
Һинең изгелегең, сабырлығың
Һәр кемгә лә өлгө булырлыҡ.
Һаҡлайбыҙ беҙ һине күңелдәрҙә,
Бар эшебеҙ – һиңә тоғролоҡ.

* * *
Таңда ысыҡланған үлән кеүек,
Керпектәрең, әсәй, сыланған.
Сейә һуты ғына тамған микән,
Ямғырҙанмы шулай һыуланған?
Өтөп кенә йөрәгемә үтә
Һағыш тулы моңһоу ҡарашың.
Керпегеңә ҡунған йәш бөртөгө —
Ҡуҙлы күмер, күҙем ҡамаша.
Юлға сығам. Йөрәгемә һалам
Моңһоулығын ошо күҙҙәрҙең.
Тик әлегә тапмайынса торам
Йыуатырға матур һүҙҙәрҙе.
Мин ҡуҙғалам. Әсәй, дуҫтар ҡала,
Ҡосаҡлайһы ине үҙҙәрен.
Оҙат, әсәй, Хызыр Ильяс миңә
Ҡуҙы күмер – йәшле күҙҙәрең.
ТАЛҠАҪЫМ
Һылыу ҡыҙҙың нәфис бармағымы –
Талҡаҫымдың етеҙ ҡамышы?
Наҙлап һылап-һыйпап аҡ күбекте,
Тулҡындарға күҙем ҡамаша.
Берсә улар йәшел зөбәржәттәй,
Ялтырашып китә асылып.
Тыныс саҡта – уйсан ҡыҙ ҡарашы,
Аңлап ҡара уның асылын!
Тынып ҡалһа, ап-аҡ терегөмөш,
Ялтыр көҙгө минең Талҡаҫым.
Баймағымдың хозур хазинаһы,
Нурҙар сәсеп торған алҡаһы!
Ирәндектең йәнле тәбиғәтен
Төшөрөп үҙенең йөҙөнә,
Елле саҡта дауыл ҡуптарып,
Енләнеп тә туҙып-туҙына.
Ниндәй генә сағы булғанда ла
Яҡын йөрәгемә Талҡаҫым.
Ул бит минең тыуған яҡҡайымдың
Иң-иң затлы аҫыл алҡаһы.

ЕЙӘНДӘРЕМӘ
Ҡырға сыҡһам, иркә ҡолонҡайҙар
Сабып-елеп уйнай иркендә.
Уйнаһындар, әйҙә, ҡыуанһындар
Матур тәбиғәттең түрендә.
Өйгә инһәм, иркә ҡолонсаҡтай,
Уйнай-һикерешә ейәндәр.
Өй тирбәлеп тора аҡ бәхеттән,
Улар менән мин дә кинәнәм.
Ҡояш күскән уларҙың йөҙөнә,
Шатлыҡтары – минең йөрәккә.
Һаулыҡтары минең өсөн дауа,
Күңелемә тик шул кәрәк тә.
АТАЙЫМА
Йылдар үткән һайын һағышланып
Ҡарайым мин һинең рәсемгә.
Ниндәй ауыр һинең яҙған яҙмыш,
Һуғыш төшкән һинең исемгә.
Рәсәй тәне утта янып-бешеп,
Шартлауҙарҙан әрнеп янғанда,
Илем үҙен яҡлап яуға барған
Йәп-йәш уландарын ҡыҙғанды.
Дошман быуар йылан булып
Илдең муйынынан быуғанда,
Тормош ҡотон дауам иттереп
Илдә матур бал(а)лар тыуғанда,
Ниндәй ир-егеттәр түҙеп ятыр?
Атай, һин киткәнһең һуғышҡа.
Ғәрәсәттең ғәрәсәте булған
Тиңдәше булмаған алышҡа.
Ауыр Сталинград һуғыштарын
Һөйләгәнең һаман хәтерҙә.
Ерҙең аҫты өҫкә әйләнгән,
Тамуҡ ҡына булған ул ерҙә.
Ике һалдатҡа булған бер мылтыҡ,
Улар һаман утҡа ташланған.
Дошман сапҡан кеүек ҡырып һалған,
Булған бөтә ерҙә күлдәй ҡан.
Ауыр яра алып ҡайтҡанһың,
Һыҙлауҙарға түҙеп йәшәнең.
Шундай афәттәрҙән тере ҡалдың,
Һүнмәгән булған шәмең.
Мәктәп юлы булды тормош юлың,
Үҙ фәнеңә бирҙең ғүмереңде.
Ихлас белем биреп һәр балаға,
Һәр саҡ яуланың һин үреңде.
Беҙ – алты бала – емештәрең,
Йөрәгебеҙҙә һине һаҡлайбыҙ.
Һиңә булған ихлас яратыуҙы
Үҙ эшебеҙ менән аҡлайбыҙ.

ТАУ ШИШМӘҺЕ
Тәбиғәттең серле мөғжизәһе –
Ташты ярып килеп сыҡҡанһың.
Көмөш тәңкәләрең сылтыратып
Тау шишмәһе булып аҡҡанһың.
Һалҡынлығың тәнде семерләтә,
Тәмлелегең эсеп туйғыһыҙ.
Бер ус ҡына һыуың алып эсһәм
Мин булам ғәмһеҙ, уйһыҙ.
Бәллүр шишмәм, һинең тауышҡайың
Күңелемде сорнай рәхәткә.
Ял итәмен һинең ярҙарыңда
Барыһын да юрап бәхеткә.
Битемде йыуһам ебәк һыуыңда
Матурлығым тағы артҡандай.
Башҡа бер ерҙә лә һис урын юҡ
Мине һиңә шулай тартҡандай.

ҠАЙЫНҠАЙ
Яҙҙар етһә, көйәҙләнеп
Тағып алаһың алҡа.
Йәшкелт шифон күлдәк кейһәң
Аҡ бәхеттәрең ҡалҡа.
Йәйҙәр еткәс, ҡуйы йәшел
Ябынып алһаң яулыҡ,
Зифа ҡайын – һылыу ҡатын,
Теләйем һиңә һаулыҡ.
Көҙҙәр етһә, моңһоуланып
Уралаң һары шәлгә.
Һағышлыҡта һин оҡшайһың
Яңғыҙы янған шәмгә.

Ә ҡыш етһә, сабыр ғына
Аҡ юрғанға төрөнөп,
Ап-аҡ нурҙар сәсеп кенә
Тораһың ихлас көлөп.

КӨҘГӨ ҺАҒЫШ
Күңелем тулы мөлдөрәмә һағыш,
Йөрәгемдә юҡ һис тынғылыҡ.
Ниндәй һағыш, ниндәй моң икән –
Көн-төн сыңлай һыҙып, һыҙылып…
Көҙгө ҡайындарҙың үкһеүҙәре
Инеп ҡалған микән йөрәккә?
Моң ҡалдырып нәфис аҡҡоштар ҙа
Осоп китте йыраҡ-йыраҡҡа.
Сылтыр-сылтыр аҡҡан зәңгәр шишмә
Аҡһылланып ҡалды тын булып.
Бар тәбиғәт шиңде, төҫһөҙләнде,
Туң болонҡай һулай быуылып.
Күңелем тулы мөлдөрәмә һағыш,
Булғанғамы әллә көҙ мәле?
Көҙҙөң дә шул ҡышҡа тартҡан сағы:
Юҡ һис наҙы, юҡ һис бер йәме.
Көҙҙөң ҡышҡа аяҡ баҫыр сағы,
Һөйкөмһөҙ һәм даулы, сәм мәле.
Кешеләргә яҙҙай наҙ бирергә
Ҡырыҫ көҙҙөң көсө самалы.


УМЫРЗАЯ
Күкһел тажын елдә елберләтеп
Сайҡала умырзая.
Моңһоу бигерәк. Уйлай микән
Ғүмер үтә, тип, зая?
Ғүм(е)рең ҡыҫҡалыр – һәр кем белә,
Тик үтмәй бит ул зая:
Һине күреү — үҙе бер шатлыҡ,
Шуны бел, умырзая!

ҠЫШТЫҢ ҺУҢҒЫ БИҘӘКТӘРЕ
Ҡыштың һуңғы биҙәктәре
Юғалды тәҙ(е)рәнән.
Юлаҡ-юлаҡ эҙ ҡалдырып
Йәшләнеп тәгәрәне.
Семәрләнгән ҡар бөртөгө
Ятҡайны йылтыр-йылтыр,
Хәҙер матур бер көй көйләп,
Ҡойола сылтыр-сылтыр.
Ҡыштың һуңғы биҙәктәре
Юғала һаман шулай.
Ә ҡолаҡта инде яҙҙың
Гөрләүектәре шаулай.

ТӘБИҒӘТТЕҢ ИҢ БӘХЕТЛЕ САҒЫ
Яҙ иркәләй тағы еремде,
Һыйпап, һөйөп аса ҡарҙарҙан.
Йәш баланың татлы еҫен бөркә
Һыу күтәреп ятҡан ҡырҙар ҙа.
Гөрләүектәр тауыш итеп алған
Сылтыратып ҡыҙҙар көлөүен.
Күк бөрөлә йәшәү өмөтө бар,
Ташып тора һуты үҙенең.
Тәбиғәттең иң бәхетле сағы,
Ҡояш күҙен ҡыҫып йылмая.
Еркәйемдең бер биҙәге булып
Морон төртә саф умырзая.