“Беҙ бергә”
10 сентябрь көнө Республикала быйыл иғлан ителгән Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған “Беҙ бергә” ижтимағи- мәҙәни проекты сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина булып китте. Әҙибә Иҫке Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһында халыҡ менән осрашты.
Проект милләт — ара татыулыҡты нығытыу, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа берҙәм булыу, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөһим, тиелде сарала.
Осрашыу район мәҙәниәт йорто артистарының сағыу сығыштары менән байытылды.