«Бер быуындың ике тауышы»
Бөгөн район үҙәк китапханаһында ысын мәғәнәһендә әҙәби байрам булды. Алтын көҙҙөң сихри бер көнөндә көтөп алынған «Башҡорт китабы аҙналығы» старт алды. Аҙналыҡ «Бер быуындың ике тауышы» исемле осрашыу менән башланып китте. Китапханабыҙҙың ишектәре был юлы айырыуса киң асылды: залда оло быуын вәкилдәре лә, белем усаҡтары уҡыусылары ла, әҙәбиәтте йөрәктәре менән тойған барлыҡ китап һөйөүселәр ҙә урын алды. Сөнки бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ — башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу, дәртле һәм төрлө яҡтан һәләтле йәш йондоҙҙары: Заһиҙә Мусина һәм Айбулат Сәсәнбаев булды.
Тәүге һүҙҙе йәш прозаик, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы Мусина алды. Ул китап уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған «Килен» повесынан алып, әле генә донъя күргән өр-яңы «Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер» исемле китабына байҡау яһаны. Ҡунағыбыҙ юмор һәм сатирала ғына түгел, хатта күптәр урап үткән, фантастика һәм мистика кеүек жанрҙарҙа ла уңышлы эшләй. Был хаҡта ул Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булған тәржемә эше тураһында фекер алышҡанда билдәләп үтте. Заһиҙә Мусинаның «Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер» повесы буйынса үҙешмәкәр артистар Рәмзиә Романова һәм Ләлә Заманова әҙерләгән сәхнәләштереү кисәнең бер биҙәге булды.
Сараның тағы ла бер ҡунағы — радионан ғына түгел, китап биттәренән дә таныш Айбулат Фларид улы Сәсәнбаев ине. Яҙыусы үҙенең «Патриот бабай» романының яҙылыу тарихы, әҫәрҙең прототиптары хаҡында тетрәндергес итеп һөйләне. Айбулаттың тормошондағы иң ҙур терәге — әсәһе, Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы Лотфуллинаның да ҡатнашыуы, осрашыуға йылылыҡ һәм йәм өҫтәне. Уның изге доғалары, наҙы һәм ярҙамы менән генә ул ошондай рухлы әҫәрҙәр тыуҙыра алалыр.
Осрашыуҙа популяр яҡташ яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы, ул йәш ижадсыларға үҙенең теләктәрен еткереп, китаптарын бүләк итте. Сараға тағы ла авторҙарҙың туғандары, яҡташтары килгән ине, уларҙың сығыштары, ихлас теләктәре, бүләктәре осрашыуҙы йәмләне.
Кисәнең музыкаль бүләген район мәҙәниәт йортоноң моңло тауышлы йырсыһы Сөмбөл Юлбахтина еткерҙе, уның сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Китапхана директоры Гөлназ Сабирова килгән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, башҡорт китаптарының һәр саҡ уҡымлы булып ҡалыуын теләне һәм бөгөнгө осрашыуҙың иҫтәлеге итеп яҙыусыларға бүләктәр тапшырҙы. Был осрашыу — яҙыусылар менән китапхана араһындағы оҙайлы хеҙмәттәшлектең матур башы ғына. Баймаҡ китапханалары кәштәләре тиҙҙән Заһиҙә Мусина һәм Айбулат Сәсәнбаевтың яңы китаптары менән тулыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.