“БЕР ЭКСПОНАТ ТАРИХЫ” проекты
Китапханасы. Металлург. Журналист. Төҙөүсе. Тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Шул уҡ ваҡытта – Шағир. Бер ҡараһаң, төрлө һөнәрҙәр. Күп кеше хаҡында һүҙ барамы икән әллә, тип уйларға ла мөмкин. Юҡ, һүҙ ошо һөнәрҙәрҙең барыһына ла эйә булған бер шәхес – теүәл быуат элек районыбыҙҙа тыуып, ошо ерҙә тәпәй баҫҡан, аҙаҡ тыуған ергә хеҙмәт көсөн түккән СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Нәжип Иҙелбай хаҡында.
Нәжип Сафа улы Иҙелбаев 1912 йылдың 12 мартында районыбыҙҙың Иҙелбай ауылында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә бер ни тиклем уҡығас, урман ҡырҡыусы, ауыл советында секретарь, китапханасы булып эшләй. 1929 йылда Баймаҡ тау-сәнәғәт техникумын тамамлағас, бер нисә йыл Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләй. “Ҡыҙыл Баймаҡ” район гәзите ойошторолғас, журналистика эшенә күсә.
Мәскәү – Волга каналын төҙөү осоронда яҡташыбыҙ шул төҙөлөштә лә эшләй, шул уҡ ваҡытта “Ударники канала” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр ҙә була. 1937 – 1938 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир һәм тәржемәсе булып эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1938 йылдан алып әрме сафында хеҙмәт итә. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул взвод, рота командиры булып һуғышта ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң демобилизацияланып Өфөгә ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 – 1955 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй.
Ижадсы булараҡ Нәжип Иҙелбай һуғыш йылдарында нығыраҡ асыла. Айырыуса уның шиғырҙарына билдәле композиторҙар Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, Данил Хәсәншин һ.б. ижад иткән йырҙар менән халыҡ араһында популярлыҡ яуланы. Мәҫәлән, утлы юлдарҙа яҙылған “Ел, ерәнем” йыры бөгөнгө көндә лә иң популяр батырҙар йыры булып һанала. Дж.Лондон, Н.Гоголь, Т.Аксаков, П.Ершов, А.Чехов, А.Островский, М.Горький, А.Гайдар, П.Бажов, М.Бубенков, С.Злобин, С.Бабаевский, О.Гончар, С.Айтматов, С.Михалков әҫәрҙәрен башҡорт телендә яңғыратты. М.Ауэзовтың “Абай юлы” эпопеяһын ҡаҙаҡсанан башҡортсаға әйләндереү өсөн күп көс һалды. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Нәжип Иҙелбай шулай уҡ бер нисә пьеса авторы ла. Уның ижады “Күк шинель”, “Ел, ерәнем”, “Бер шаршаулы пьесалар”, “Йырым һиңә булһын”, “Еңеү иртәһе”, “Ҡуштирәк” исемле китаптарҙа төрлө йылдарҙа Өфөлә китап нәшриәтендә донъя күргән. 1991 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләгән Әҙәбиәт музейында Нәжип Иҙелбайҙың да экспонаттары һаҡлана. Китаптары араһында бер фото иғтибарҙы йәлеп итә. Уның артына Буранбай Исҡужин ҡулы менән “Баймаҡ. Редакция. Рәшит Шәкүр, Нәжип Иҙелбай, Вафа Әхмәҙиев һәм башҡалар” тип яҙылған. Матбуғат ветераны Гүзәл Исхаҡ ҡыҙынан ундағы кешеләр тураһында һорашыуыбыҙ булды, ул әллә нисә кешенән белешеп, бик тиҙ генә асыҡлап та бирҙе, рәхмәт инде. Улар күбеһе журналистар, шағирҙар ҙа бар.
Шулай итеп, был һүрәттә өҫкө рәттә – Ғәлина Ишһылыу Әҙеһәм ҡыҙы, Монасипов Камил Тайып улы, Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы (яҙыусы Буранбай Исҡужин), Бикеев Сәмиғулла Шәрип улы, Исхакова Гөллирә Тимерхан ҡыҙы (шағирә, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең тәүге етәксеһе), Ниғәмәтова Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы (журналист, матбуғат ветераны), Ушанов Тәфтизан Сабирйән улы (журналист, тәржемәсе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сәғит Мифтахов һәм Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты), Барлыбаев Зөбәйер Әбүбәкир улы,
аҫта – Күсәбаев Фазулла Әхмәтзада улы, Рәшит Закир улы Шәкүров (Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалимтюрколог, топонимист, шағир, йәмәғәт эшмәкәре), Нәжип Сафа улы Иҙелбаев ҡатыны Хәнифә Шәкүр ҡыҙы Зиннәтуллина менән, Вафа Әхмәҙиев (әҙәбиәтсе, яҙыусы, ғалим). Бына ниндәй бөйөк шәхестәр эләккән был кадрға! Улар араһында иҫәндәрҙән һәм беҙҙең арала йөрөгәндәрҙән Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы ҡалған һәм ул үҙе менән ошо замандың күпме иҫтәлектәрен йөрөтә! Рәхмәт уға! Ә беҙҙең бурысыбыҙ – ошондай тарихи хәтирәләрҙе ынйы кеүек йыйып, уларҙан затлы муйынсаҡ теҙеү. Әҙәбиәт музейы ошондай эшмәкәрлек менән шөғөлләнә лә инде. Китапханаға юлығыҙ төшһә, музейҙы күрмәй китмәгеҙ!
Кемдәр тураһында ниндәй мәғлүмәттәрегеҙ бар – комментарийҙа яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ һәм алдан рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!
Ә һеҙҙең иғтибарға Нәжип Иҙелбайҙың йырлы шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
ЕЛ, ЕРӘНЕМ
Нәжип Иҙелбай һүҙҙәре,
Заһир Исмәғилев көйө
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел, яуҙа ла
Гел икәү булдыҡ бергә.
Менгән атым –
Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән
Елдәй елгән
Батыр егет – ил күрке.
Ҡолон саҡтан татыу үҫтек
Ирәндек итәгендә.
Ил саҡырғас, яуға киттек
Йәмле йәй иртәһендә.
Менгән атым –
Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән утҡа ингән
Батыр егет – ил күрке.
Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-һау,
Яуҙа дошманды еңеп.
Һинең даның, Ирәндектау, –
Ерәнсәй менән егет.
Менгән атым –
Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән яуҙа еңгән
Батыр егет – ил күрке!
ТИК МӨХӘББӘТ КЕНӘ ҮЛЕМҺЕҘ
Һин бит, бәғерем,
Минең ярты ғүмерем,
Һинһеҙ миңә бик, бик күңелһеҙ.
Был донъяла бер ни мәңге түгел,
Тик мөхәббәт кенә үлемһеҙ.
Шул мөхәббәт утлы яу ҡырынан
Алып ҡайтты мине имен-һау.
Сөнки мине һағынып көтөп торған
Һүнмәҫ нур һәм күкһел бейек тау.
Тау тигәнем – минең тыуған ерем,
Нур тигәнем – бәғерем, һин үҙең.
Шунда тойҙом үлемһеҙлеген мин
Ихлас күңел менән һөйөүҙең.
ТЫУҒАН ИЛЕМ – СӘҢГЕЛДӘГЕМ
Елеккә май тирткән ерем,
Башлап ат еккән ерем.
Тәүге тапҡыр һөйгәнемде
Ҡосаҡлап үпкән ерем.
Яуҙа һәр бер биҙәгеңде
Һаҡлап ҡан түккән ерем.
Иркен һулап саф һауаңды,
Игенең иккән ерем,
Табын тулы аш-һыуыңды
Ашаған, эскән ерем.
Тын алмай тыңлап моңоңдо
Елкенеп үҫкән ерем!
Тыуған ерем – сәңгелдәгем,
Аҫыл, алтын төйәгем.
Ашҡындырып алға илткән
Мәңге һынмаҫ терәгем.
Ҡайҙа ғына булһам да мин
Һиндә тибә йөрәгем!