Билалда – “Йәйғор балҡышы”!
Ауыл китапханаһында төрлө яҙыусылар, шағирҙар, хәбәрселәр, журналистар менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Әҙәбиәт һөйөүселәр менән үткәрелгән сираттағы осрашыу “Йәйғор балҡышы” тип аталды. Әбйәлилдәрҙең “Йәйғор” ын Билал мәктәбенең “Йәйғор” бейеү ансамбле (етәкселәре Д. С. Әхмәтова) ҡыҙҙары “Самауыр” бейеүе менән ҡаршы алды. Был осрашыу ысын мәғәнәһендә бер түгел ике “Йәйғор”ҙың балҡышы булды! Кем һуң ул килгән ҡунаҡтар? Әбйәлил районының “Йәйғор” ижади берекмәһе етәксеһе, яҙыусы Иҙрис Ноғоманов етәкселегендә берекмәнең ағзалары, яҙыусылар: Фәнүзә Биктимерова, Флүрә Низамова, Айһылыу Хәсәнова, Нәсимә Ғайсина, Зөлфирә Ҡарағужина, Мансур Баһаув, Сәйфулла Ғайсин, шағир Марсель Хамматов, Ишҡол ауыл китапханасыһы Руфина Ирғәлина, Ҡырҙас ауылының мәҙәниәт усағы мөдире Роза Хәйруллина билалдар менән осрашты. Яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, йырсылар үҙ – ара осрашһа һүҙ нимә тураһында бара һуң? Әлбиттә, әҙәбиәт, шиғриәт, сәнғәт, йыр – моң тураһында! Был юлы ла матур шиғырҙарҙан, фәһемле әҫәрҙәрҙән, моңло йырҙарҙан күңел ял итте. Ҡунаҡтар һәр береһе “шиғри күстәнәс” бүләк итте. Роза Хәйруллина үҙебеҙҙең һәүәҫкәр композитор Вилүр ағай Мәүлитовтың, Әбйәлил районынан Сәйфулла Ғайсиндың һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған йырҙарҙы йырлауы кисәбеҙгә айырыуса йәм өҫтәне, иҫ киткес тауышы менән тамашасыларҙы әсир итте. Ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы И. Ш. Саптаров, мәғариф ветераны, ҡатын – ҡыҙҙар советы рәйесе И. А. Әминева, мәғариф ветерны В. Ш. Мәүлитов тәбрикләне. Мәғариф ветераны Ф. Б. Ҡаһарманова музыкаль сәләм тапшырҙы. Көҙҙөң матур, сыуаҡ бер мәлендә әйтерһең дә күктә аллы – гөллө йәйғор ҡалҡты. Шиғриәт, әҙәбиәт, моң аша һәр беребеҙҙең күңеленә йәйғорло күпер һалынды.
Райхана Булатова,
китапханасы.