Театраль ғаиләлә тәрбиәләнгән талантлы һәм бик тә популяр театр һәм кино йондоҙо Валентина Серова спектакль ваҡытында йыш ҡына мыҡты мөһабәт кәүҙәле бер ир-егеттең янып торған раузалар гөлләмәһе тотоп беренсе рәттә ултырыуына һәм ҡарашы менән өтөп алыуына диҡҡәтен йүнәлтә. Һәр спектаклдән һуң егет осрашырға саҡырған яҙыу ҡыҫтырылған сәскәләрен актрисаға бүләк итә.
Был хәл байтаҡ дауам иткәндән һуң Серова осрашырға ризалыҡ белдерә. Оҙаҡ уйланыуҙарының сәбәбе лә була: быға тиклем ике тапҡыр кейәүҙә булып, тәүгеһенән – коллегаһынан – айырылған, икенсеһенән тол ҡалған. Ғүмерлек мөхәббәте – билдәле осоусы-һынаусы, испан һуғышы геройы Анатолий Серов яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң Валя үҙендә йәшәү көсөн юғалтып, уны был яҡты донъя менән бәйләүсе улы Анатолий икәнен генә аңлай, уның өсөн генә сәхнәгә сыға. Серовтың үлеме уны Сталин менән яҡынайта…
Әммә… тамашасы ир-егеттең осҡонло күҙҙәре уның күңелен бер аҙ йылыта. Ә ул яңы ғына таныла башлаған шағир Константин Симонов була ла инде. Ул да быға тиклем ике тапҡыр өйләнгән. Тәүге ҡатыны менән оҙаҡ йәшәмәгән, ә икенсеһе – “Мәскәү” журналының шиғриәт бүлеге мөдире Евгения Ласкина яңы ғына ул тапҡан… Константиндың йөрәгендә ни бары Валентина ғына, шуға күрә ул, һөйгәненең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләһенән китергә мәжбүр була. Ирен онота алмаған актриса иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Константинға ҡарата шулай уҡ тойғолар менән яуап бирә алмай. Уның һалҡынлығын кисерә алмаған ир үҙенсә хәйләкәр аҙымға бара – Валентина төп ролде уйнаһын тигән шарт менән ул эшләгән театрға “Бер мөхәббәт тарихы” исемле пьеса яҙып бирә.
Һалҡынлыҡ бер аҙ йомшара, улар граждан никахы менән йәшәй башлай. Спектаклдәр уңыш менән бара, шул арала актриса кинола төшөргә лә өлгөрә – “Девушка с характером”, «Сердца четырех» фильмдары Валентина Серованың исемен бөтә союзға таныта.
Йөрәгендә ялҡын ҡабынған шағирҙың Валентинаның йөрәгендәге ире Серовты ғүмерлеккә юяһы килә. Ошо теләге уны үтә тәүәккәл аҙымға этәрә – 1940 йылда Симонов Валентина һәм Анатолий Серовтарҙың мөхәббәте тураһында “Беҙҙең ҡала егете” исемле пьеса яҙа. Әммә актриса үҙен үҙе уйнауҙан баш тарта. Яратҡан кешеһен юғалтыу ҡайғыһы былай ҙа йөрәген яндыра…Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тыныс тормоштағы йәшәү рәүешен бөтөнләй үҙгәртә. Хәрби корреспонденттың ут эсенә юлланыуы һәм яуҙан яҙылған танылған “Көт мине” шиғырындағы йөрәккә үтерлек юлдар актрисаның йөрәгендәге боҙҙо иретә:
Жди меня, и я вернусь.
Только очень жди,
Жди, когда наводят грусть
Желтые дожди,
Жди, когда снега метут,
Жди, когда жара,
Жди, когда других не ждут,
Позабыв вчера.
Жди, когда из дальних мест
Писем не придет,
Жди, когда уж надоест
Всем, кто вместе ждет.
Жди меня, и я вернусь,
Не желай добра
Всем, кто знает наизусть,
Что забыть пора.
Пусть поверят сын и мать
В то, что нет меня,
Пусть друзья устанут ждать,
Сядут у огня,
Выпьют горькое вино
На помин души…
Жди. И с ними заодно
Выпить не спеши.
Жди меня, и я вернусь,
Всем смертям назло.
Кто не ждал меня, тот пусть
Скажет: — Повезло.
Не понять, не ждавшим им,
Как среди огня
Ожиданием своим
Ты спасла меня.
Как я выжил, будем знать
Только мы с тобой,-
Просто ты умела ждать,
Как никто другой.
Шағир менән актриса араһындағы мөхәббәткә бөтә ил һоҡлана. Әммә был ваҡытлыса ғына була шул…
Һуғыш осоронда Симоновтың ижады үҙенең апогейына етә, һәр шиғырҙа ғашиҡ йөрәктең ашҡыныуҙары урғылып тора, әммә улар яуапһыҙ һөйөү һағыштары менән сорналған була шул… Валентинаның көтөргә теләмәүенә һәм хатта хыянатына ҡарамаҫтан (Валентина буласаҡ Советтар Союзы маршалы Константин Рокоссовскийға ғашиҡ була, әммә уларҙың араһына Сталин ҡыҫыла, сөнки илдең еңеүе өсөн шағир менән актрисаның мөхәббәте мөһимерәк, тип һанай ул)…
1942 йылда Константин Симоновтың Валентина Сероваға арналған “Һинең менән һәм һинһеҙ” (“С тобой и без тебя”) йыйынтығы баҫылып сыға. Популяр баҫма бик тиҙ таралып бөтә – шиғырҙарын һуғышта яугирҙар, тылда ҡатын-ҡыҙҙар хаттарына ҡушып яҙа.
К.Симонов “Көт мине” шиғырына таянып киносценарий яҙа. Дәһшәтле һуғыш осорондағы мөхәббәт һәм тоғролоҡто, ҡаты һынауҙарҙы кәүҙәләндергән был нәфис фильмдың төп героиняһы – ысынында көтөргә теләмәгән һәм көтә белмәгән Валентина Серова була. Кино 1943 йылда экранға сыға. Был ваҡытта улар араһын законлы рәүештә нығыта.
Һуғыш тамамланғансы Константин Симонов гәзит эштәре буйынса йыш ҡына фронтҡа юллана һәм унан һөйөклөһөнә яҙған шиғырҙары, бигерәк тә, “Көт мине” фильмы Валентина Серованы үҙ ғүмерендә тере легендаға әйләндерә.
1946 йылда Серованың Рокоссовский менән бөтөнләйгә аралары өҙөлә: маршалды төнъяҡҡа, унан Польшаға оборона министры итеп ебәрәләр. Ҡатынының маршал менән романы тураһында белгән сабыр Симонов иһә, уларҙың мөнәсәбәттәренең финалын көтөп ала һәм ҡатынын ғәфү итә. Әммә был ғына ғаиләне һаҡлай алмай.
Тап ошо йылда Валентина Серова Сталин премияһына һәм “Глинка” фильмындағы роле өсөн РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы исеменә лайыҡ була. Әммә уның романтик героиняларҙы уйнар йәше, мөхәббәте кеүек, алыҫ үткәндә ҡала барыуын Валентина яҡшы аңлай… Был әсенеүҙән, етмәһә, бәләкәйҙән иғтибар етмәүҙән юлдан яҙып, колонияла ултырып ҡайтҡан улының холоҡһоҙлоғонан актриса күңел әрнеүен спиртлы эсемлектәр менән баҫырға тырыша. 14 йыл уйнаған Ленком театрынан да китергә мәжбүр була. Кесе, һуңыраҡ Моссовет исемендәге театрҙа уйнай. Әммә элекке сағыу таланттың осҡондары ғына була ул.
Һуғыштан һуң Симонов космополитизм менән көрәштә әүҙем ҡатнаша. Ул ғәйепләгән кешеләрҙең ғаилә дуҫтары булыуы Валентинаны бөтөнләй юлдан яҙҙыра – туҡтай алмай эсеүгә бирелә. Ошо хәлендә ҡыҙы Мария тыуа. Артабан Валентина 8 йыл Симонов менән йәшәй, Моссовет исемендәге театрҙа уйнай, Симонов сценарийы буйынса төшөрөлгән “Үлемһеҙ гарнизон” фильмында төшә. Симонов яратҡан ҡатынын эскелек һаҙлығынан тартып алыуы менән бәхетле була. Ул уны Кесе театрға урынлашырға ярҙам итә. Әммә ят театр һәм ят роль актрисаны сығырынан сығара –эшкә эскән килеш килеүе арҡаһында өлкән артистар уның өҫтөнән коллектив хөкөм ойоштора.
Шулай итеп иң нәзәкәтле, гүзәл ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарыусы танылған актриса Валентина Серованың актриса карьераһы тамамлана, артабан ул фильмдарҙа эпизодик ролдәрҙә генә күренеп ҡала. Маша беренсе класҡа барғанда Валентина менән Константин айырылыша. Ул ҡатынын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, ҡыҙын үҙенә алырға йыйына, ләкин Валентина бөтә көсөн һалып ҡыҙын үҙендә ҡалдыра. Әммә һуңғы йылдарҙа кәмһетелеүҙәргә, эшһеҙлеккә, аҡсаһыҙлыҡҡа дусар булыуы заманында балҡып торған сағыу актрисаны иртә ҡартайта. Атаһының һәм Рокоссовскийҙың, унан улы Анатолий Серовтың үлеме уны юҡҡа сығара – 1975 йылда Валентина Серова яҡты донъя менән хушлаша. Симонов матәм сараһына килмәй, 58 рауза сәскәһе генә ебәрә. Ә Валентинаға 58 йәш тулып өлгөрмәгән була…
Шағир үҙе иһә 4 йылға артығыраҡ йәшәй. Үлеме алдынан – 1979 йылда – ҡыҙынан ҡатынына яҙған бөтә хаттарын һоратып алдыра. Мария Симонова йөҙәрләгән хатты тотоп дауаханала ятҡан атаһына алып бара. Бер нисә көндән атаһының хәлен белергә барғанда уның бөтөп киткәнлегенә, үтә төшөнкө булыуына иғтибар итә. Атаһы: “Әсәйең менән беҙҙең аралағы булған мөнәсәбәт – минең тормошомдағы иң ҙур бәхетем дә, иң оло бәләм дә булды. Мин былар үткәндер тип уйлағайным… Әммә ул миңә яңынан әйләнеп ҡайтты…” – тип хаттарҙы йыртып ташлай. Тик ул ҡыҙының бер төн эсендә хаттың иң сағыу урындарын – атаһының мөхәббәт һәм бәхет тулы юлдарын күсереп алыуын белмәй ине… Тиҙҙән ул да донъя менән хушлаша…