“БОҘ ӨҪТӨНДӘ ЯНЫП АҠҠАН УТ МИН…”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында шағир Рәйес Түләктең тыуыуына 65 йыл тулыуына арналған “БОҘ ӨҪТӨНДӘ ЯНЫП АҠҠАН УТ МИН…” исемле Хәтер кисәһе, уның исемендәге видеоконкурстың йомғаҡлау тантанаһы, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй”ҙең 25 йыллығы һәм “Ирәндек гәүһәрҙәре-3” китабының исем туйы үтте.
Унда баш ҡалабыҙ Өфөнән хөрмәтле ҡунаҡтар: Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары, билдәле шағирә, драматург, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы дауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағир, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәт Юлдашев. шағирә, тәржемәсе, драматург, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Тамара Искәндәриә, яҡташ яҙыусы, шағир һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, шулай уҡ “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, яңы китап авторҙары, Рәйес Түләктең туғандары, ижадын ихтирам итеүселәр, конкурсанттар һәм китапханасылар ҡатнашты.
Кисә Р.Түләк исемендәге видеоконкурс еңеүселәренең сығыштары менән үрелеп барҙы. Конкурсанттар үҙебеҙҙең райондан ғына түгел, хатта Илештән, Өфөнән булды. Халыҡ ижады үҙәге артисы Ғәлинур Хәмитов Рәйес Түләк һүҙҙәренә Артур Туҡтағолов ижад иткән “Миләшкәйем” йырын башҡарҙы.
Кисәнең икенсе өлөшө Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй”ҙең барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тулыуына һәм “Ирәндек гәүһәрҙәре-3” китабына арналды. Исем туйында яңы авторҙар алҡышланды. Кисә һуңында видеоконкурсҡа йомғаҡ яһалды.