Буранбай ауылы китапханаһы
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын!..
Тамырҙарын өйрәнгән, тарихын белгән, үткәнен онотмаған халыҡ үлемһеҙ ..
Бөгөн Буранбай ауылы китапханаһында балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында Башҡорт дивизияһының легендар ҡаһарман командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Даны йәшәй тыуған илендә” исемле дәрес үтте. 112-се Башҡорт дивизияһы яугирҙары һәм уның командиры үҙҙәренең биргән анттарына тоғро ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда батырлыҡтары өсөн дивизияның 4 мең яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнһә, шулар араһынан 78 кеше юғары наградаға -Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була…
Был дәрестә төрлө райондан (Бөрйән, Әбйәлил) Баймаҡ ҡалаһынан өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән балалар ҡатнашты. Фирдәүес еңгәй ейән -ейәнсәрҙәре менән бергә килгән. Был уның ихласлығын , ябайлығын, балаларҙы яратыуын күрһәтә. Улар дәрестән һуң китапхана менән , шулай уҡ ҡыҙыҡлы китаптар менән таныштылар .. Афарин, Фирдәүес Мөхтәсип ҡыҙы! Балаларығыҙҙың изгелектәренә төрөнөп йәшәгеҙ!