Дмитрий Наркисович Мамин (Мамин-Сибиряк)
#маминский_кружок
Дмитрий Наркисович Мамин (Мамин-Сибиряк) (25.10.1852 — 2.11.1912) беҙҙең төбәгебеҙҙе яратҡан һәм бихисап очерк, хикәйә һәм романдарында Уралыбыҙҙың гүзәллеген сағылдырған рус прозаигы һәм драматургы ул. Завод руханийы ғаиләһендә тыуған, медико-хирургия академияһында һәм Петербург университетының юридик факультетында белем алған. Яҙыусының ысын фамилияһы – Мамин, Сибиряк – әҙәби псевдонимы. Билдәле романдары – «Приваловские миллионы» (1883), «Горное гнездо» (1884), «Золото» (1892), «Хлеб» (1895), шулай уҡ «Уральские рассказы», «Сибирские рассказы» (1889). Мамин-Сибиряктың «Аленушкины сказки» әкиәттәре урыҫ балалар классикаһына ингән.
Петербургта медико-хирургия академияһының ветеринар бүлегендә уҡыған саҡта, ҡайтырға ла аҡсаһы етмәү сәбәпле, Мамин репортер булып эшкә урынлаша, әҙәбиәткә лә шул ваҡытта килә. Имтихандарын тапшыра алмау арҡаһында академияны ҡалдырып, Санкт-Петербург университетының юридик факультетына уҡырға инә. 1876 йылда «Сын Отечества» журналында
Дмитрий Наркисовичтың «В горах», «Не задалось» хикәйәләре, шулай уҡ «В водовороте страстей» романы донъя күрә. Ул мул ғына гонорар алып, уҡыуына түләргә иҫәп тотһа ла, аҡсаны уға түләмәйҙәр. Етмәһә, үпкә сире көсәйеп, Мамин уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була һәм Уралда йәшәгән туғандарына һаулығын нығытырға юллана. Бында ул «Уральские рассказы» хикәйәһе, «Семья Бахаревых» романы өҫтөндә эшләй, һуңғараҡ «Сестры» повесын тамамлай. Шул уҡ ваҡытта Мария Якимовна Алексееваның 3 балаһына репетиторлыҡ хеҙмәте күрһәтә. Күп тә үтмәй, ҡатын иренән китеп, Дмитрий Наркисович менән бергә Екатеринбургҡа күсеп киләләр, никахһыҙ йәшәйҙәр. Бында яҙыусы репетиторлыҡ менән шөғөлләнә, гәзиттәргә яҙыша, Мария Якимовнаға арналған «Семья Бахаревых» романын тамамлай.
1879 йылдан Мамин Мария Якимовна менән Екатеринтургтың Колобовская урамында йәшәйҙәр. Әлеге ваҡытта ул Толмачев урамы тип үҙгәртелгән һәм унда “XIX быуатта Уралдың әҙәби тормошо” музейы урынлашҡан. Шул уҡ йылда ҡаланың Н.Ф. Магницкий, Н.В. Казанцев, И.Н. Климшин, М.К. Кетов, А.А. Фолькман кеүек талантлы, ижади кешеләрен туплап, “Мамин түңәрәге” ойошторола. Түңәрәктең ултырыштарында зыялылар үҙҙәренең ижади уңыштары, заман яңылыҡтары менән уртаҡлаша.
1881 йылда Мамин МДУ-ның филология факультетына, ә Мария Якимовна юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсына уҡырға инеү, яҙыусының ижадын үҫтереү теләге менән Мәскәүгә юллана. Әммә уҡырға инергә лә, әҙәбиәттә күтәрелергә лә насип булмай һәм улар Екатеринтургҡа кире ҡайта. Мамин «Приваловские миллионы» романы өҫтөндә 10 йыл эшләй. Төрлө редакцияларға ебәреп ҡарай, ләкин бер ҡайҙа ла баҫмайҙар. 1883 йылда ғына роман донъя күрә. Ошо уҡ йылда уның «Золотуха» исемле очергын тәнҡитселәр яҡшы ҡабул итә, һәм Мамин-Сибиряктың иң билдәле “Уральские рассказы” әҙәби циклына юл асыла. Был циклды ул үҙе лә иң яҡшыһы тип һанай.
Артабан «Горное гнездо» һәм «Приваловские миллионы» романдары өсөн “йәшел ут” асыла – Мамин-Сибиряк әҫәрҙәрҙең гонорарына ғаиләһе өсөн йорт һатып ала. 1887 йылда Мәскәүҙә «Золотопромышленники» исемле тәүге пьесаһы сәхнәгә сыға. Маминға уңыш йылмая. Ул үҙен яҙыусы ғына түгел, этнограф та, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә, коллекционер ҙа, археолог та булараҡ аса. 1880 йылдарҙа Дмитрий Наркисович, башҡорттарҙан алтын ятҡылыҡтары булған ерҙәрҙе арендаға алып, алтын табыу эше менән шөғөлләнергә йыйына, әммә был уйы барып сыҡмай. Ул хатта Урал аръяғында ла була.
Дмитрий Наркисович 1890 йылда Екатеринбургҡа гастроль менән килгән актриса Мария Абрамоваға үлеп ғашиҡ була, бер спектаклен дә ҡалдырмай йөрөй. Мария Морицевна ла битараф түгеллеген һиҙҙерә. Мария Якимовна айырылыуҙы ауыр кисерә.
Мамин һәм Абрамова Петербургҡа күсеп китә. Улар йәшәгән йортта әлеге ваҡытта мемориаль таҡта ҡуйылған. Петербургта ул «Хлеб» һәм «Золото» романдарын яҙа. Абрамова менән улар бик тә бәхетле була. Әммә тәүге бәпестәрен ҡулға алыу бәхетен кисергән әсә икенсе көнөнә йән бирә. Дмитрий Наркисовичтың ҡайғыһының сиге булмай. Ҡыҙ бала бик хәлһеҙ һәм ауырыу була, етмәһә, тапҡан саҡта йәрәхәтләнә. Ҡыҙға Елена тип исем бирәләр, Маминдың дуҫтары уны ҡараша. Петербургтың иң яҡшы гувернанткаһы Ольга Гувале тәрбиәләй. Ҡыҙы тыуғас Мамин-Сибиряк, ҡәҙерлеһенә булған бөтә йөрәк йылыһын биреп, балалар өсөн ижад итә башлай. 1897 йылда «Аленушкины сказки» айырым йыйынтыҡ булып сыға. Балалар өсөн ижады классикаға әүерелә, бер нисә тапҡыр ҡабаттан баҫыла. Яҙыусы һуңғы йылдарында балалар өсөн сыҡҡан китаптары иҫәбенә йәшәй.