logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Еңеү ҡайтһын атай менән»

Баймаҡ биләмә–ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ, «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең хаттар бүлеге мөдире, журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимованың «Еңеү ҡайтһын атай менән» китабының исем туйы үтте. Сара шулай уҡ авторҙың күркәм юбилейына арналды һәм райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина юбилярға район хакимиәте Башлығының Ҡотлау хатын тапшырҙы.
Кисәлә шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айһылыу Ғарифуллина, китап геройҙары – «Башҡорт» позывнойлы яугир Рөстәм Мырҙабулатов һәм уның ғаиләһе,«Артист» позывнойлы һалдат Илшат Мәҡсүтовтың әсәһе Фәниә Мәҡсүтова, «Беҙ-бергә!», «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаларының етәкселәре Лилиә Такаева һәм Рәмис Әмиров, Йомаш, Ғүмәр, Үрге Яйыҡбай, Иҫке Сибай, 1-се Этҡол ауылдары ирекмәндәре, китапханасылар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, авторҙың туғандары ҡатнашты.
Ҡала һәм райондың төрлө мәктәптәренән килгән уҡыусылар – «Йәншишмә» гәзитенең бәләкәс тоғро дуҫтары – улар баҫма иғлан иткән «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнашып МХО яугирҙәренә хаттар яҙҙы. Кисәнең мәҙәниәт йорто йырсыһы Сөмбөл Юлбахтинаның, «Шатлыҡ» фольклор төркөмөнөң йәш сәсәндәренең, ҡаланың 3-сө, 5-се һанлы, Ниғәмәт, Ярат мәктәптәре уҡыусыларының йырлы-моңло сығыштары биҙәне.