logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Һеҙгә әйтер һүҙем”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҙыусы, драматург Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан, Татарстан һәм сит ил театрҙарында ҡуйылған илленән ашыу пьеса, 30-ға яҡын китап авторы Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған “Һеҙгә әйтер һүҙем” исемле ижад кисәһе үтте. Унда Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе, яҙыусы, журналист, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Искәндәр Рәмил улы Хәсәнов, яҙыусының ғаиләһе – ҡатыны Эмма Мирйән ҡыҙы Ғәйетбаева, улы Даян һәм килене Альбина, ҡыҙы Миләүшә, ағаһы Ғәйнислам Шөғәйеп улы һәм еңгәһе Әнисә Сәлиховтар, Рәсүл Шәйхислам улы һәм килене Маһикамал Сәлиховтар, эшҡыуар, психолог Айбулат Уразбахтин ҡатнашты.
Халыҡ ижады үҙәгенең талантлы артистары Линара Камалетдинова, Илнур Аслаев һәм Ғәлинур Ҡарасурин юбиляр хөрмәтенә моңло йыр һәм ҡурай, баян көйҙәрен бүләк итте.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн Наил Ғәйетбаевтың түшенә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын ҡаҙаны, райондаштары исеменән иҫтәлеккә ат һынын бүләк итте.
Бәләкәйҙән нимәгә генә тотонһа ла уңыш ҡаҙанып еңеү яулап өйрәнгән автор ижадтағы еңеүҙәрен дә билдәләп үтте. Тәүге еңеүе “Әлфиә” романы булһа, сәйәси яҡтан ауыр осорҙар артта ҡалғас, “Бабич” романын иркенләп халыҡҡа күрһәтә алыуын да оло еңеү тип баһаланы.
Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең бала сағы “Ҡара ҡумта” повесын уҡып үтеүен телгә алды, Наил Ғәйетбаевтың Яҙыусылар берлеге рәйесе саҡта күп йәштәрҙе, шул иҫәптән Айгиз Ғиззәт улының үҙен дә оло өмөттәр бағлап союзға алыуына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ә Баймаҡ халҡына, тәүге повесы сыҡҡас, үҙенең ысын яҙыусы икәненә ышандырған тәүге район булараҡ рәхмәтен белдерҙе.
Ниғәмәт ауылының “Һаҡмар” халыҡ театры Наил Ғәйетбаевтың “Аты барҙың – дәрте бар” спектакленән өҙөк ҡуйып һөйөндөрҙө. Эшҡыуар, психолог Айбулат Уразбахтин Наил Ғәйетбаев менән аралашыуҙар нигеҙендә үҙенең дә психология, эзотерикаға ылығыуын, “Йән” романын үҙе һорап типографияһында баҫтырыуы тураһында һөйләне.
Автор юбилейына ҡарата сығарған “Йән”, “Бабич” романдарының яҙылыу тарихын, килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтар хаҡында бәйән итте. Ҡатыны Эмма ханым, улы Даян яҙыусының ғаиләһенә иғтибарлы һәм мөхәббәтле булғаны рәхмәт әйтте.
Кисә һуңында яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаевтың 75 йәшлек юбилейына арнап Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы 1 апрелдән 1 июнгә тиклем иғлан иткән фантастик хикәйәләр конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс ижадсыларҙы фантастика жанрына йәлеп итеү, яңы исемдәр асыу һәм халыҡҡа танытыу маҡсатында ойошторолдо. Бәйгегә Баймаҡ районынан, Баймаҡ һәм Сибай, Силәбе өлкәһе Златоуст, Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаларынан 22 фантастик хикәйә килде. Уларҙы юбиляр Наил Ғәйетбаев үҙе баһаланы. Бәйгеселәрҙең эштәре 10 – 17 йәш һәм 35 йәш һәм унан өлкәндәр категорияларында баһаланды.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазинаны юбилейы менән тәбрикләп, инженер һөнәрле кешенең талантлы яҙыусы булып китеүенә һоҡланыуын йәшермәне, юбилярға матур теләктәргә ҡушып иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.