logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Етеган”фольклор төркөмө ағзаларының 5 класс уҡыусылары менән осрашыуы үтте

21 ғинуар Ярат мәҙәниәт йортонда Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнап “Етеган”фольклор төркөмө ағзаларының 5 класс уҡыусылары менән осрашыуы үтте. Ағинәйҙәр үҙҙәренең элек уйнаған “Күмер йөҙөк” “Йәшерәм яулыҡ” уйындары, йәш саҡтағы киске уйында бейегән “Ара”, “Наза”, “Түңәрәк” бейеүҙәре, ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеүҙәре менән таныштырҙылар. Балалар менән бергө уйнап, бейеп тә алдылар.
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһә – халҡыбыҙ йолалары юғалмаҫ, – тип таралышты улар.