”Фәрештәгә тиңләр әсәләр”
Район үҙәк китапханаһы мәғлүмәт алыу, китап яҙып биреү урыны ғына түгел, ә фәһемле ҡыҙыҡлы осрашыуҙар урыны ла. Һәр осрашыу китапхана тарихына яңы биттәр өҫтәй, күңелдәрҙә яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра.
Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Әсәләр көнөнә арналған ”Фәрештәгә тиңләр әсәләр”исемле сара ҡаланың һәм райондың күркәм әсәләрен йыйҙы. Осрашыуҙа шәхси эшҡыуарҙар Нурия Асылова, Рәмзиә Йәналина, Миңлегөл Ямантаева, медицина хеҙмәткәре Роза Ғөбәйҙуллина, күп балалы әсә Рәғиҙә Салихова, тормош иптәше МХО- ла һәләк булған Миләүшә Мәүлетдинова, МХО яугире әсәһе- Килдейәрова Нәзирә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары психологияһын өйрәнеүсе Рәмилә Мусина ҡатнашып тормоштоң мәңгелек төшөнсәләре – ғаилә ҡиммәттәре, әсә бәхете, иман, уңышлы булыу серҙәре, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге тураһында һөйләштеләр, фекер алыштылар.
Талантлы яҡташыбыҙ Хөрмәт Уразбаевтың гармунда өҙҙөрөп уйнауы һәм йырлауы, моңло тауышлы Нәзирә Килдейәрованың йыры байрам кәйефе өҫтәне.Тәмле сәй табыны артында ойошторолған осрашыу сараһынан ҡунаҡтар яҡшы кәйеф менән таралыштылар.