logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Фирҙәүес Мырҙабулатова менән осрашыу

18 сентябрь көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында Башҡорт китабы аҙналығы сиктәрендә сираттағы күркәм сара- яҡташ шағирә Фирҙәүес Рамаҙан ҡыҙы Мырҙабулатованың “Тормош-һынау” һәм “Доғалы донъям” исемле китаптарының исем туйы үтте. Фирҙәүес Рамаҙан ҡыҙы Сәйғәфәр ауылында “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе, шулай уҡ район үҙәк китапханыһы янында эшләп килгән Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби –ижади берекмәһенең әүҙем ағзаларының береһе. Автор башлыса дини темаларҙы үҙ итә. Уның ижадын “нескә лирика менән һуғарылған дини фәлсәфә” , йәки киреһенсә “дини йөкмәтке менән биҙәлгән лирика” тип нарыҡлап булыр ине,-” тип яҙа баш һүҙендә танылған шағир, сәсән, Учалы ҡалаһындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Мәүлит Ямалетдинов. Яҙыусының китабы исеме туйында дини юлда булған әхирәттәре, Йәнгүҙәй ижад берекмәһе ағзалары, шулай уҡ Баймаҡ мәсете имам-хатибы Хәмзә хәҙрәт ҡатнашты.