logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән осрашыу кисәһе

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҙыусы, тәржемәсе, психолог, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов һәм Фазыл Искәндәр исемендәге Халыҡ-ара премиялар лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты, Салауат Юлаев ордены һәм “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы кавалеры Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән осрашыу кисәһе үтте. Ул “Мадам из Амстердам” тип аталды. Сарала шулай уҡ Йылайыр районы Яманһаҙ ауылынан килеп еткән яҡташ яҙыусыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, журналист, яҙыусы һәм күп бала әсәһе Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, китапханабыҙҙың яҡын дуҫтары ҡатнашты.
Гөлсирә Ғиззәтуллина – «Ɵмɵтɵмдɵ ҡалдыр…» (1993), «Юл япрағы менəн тамсы» (1994), «Йɵҙ ҙə бер ғүмерем» (1997), «Күңел утрауы» (2003), «Тормош шау сəскəлə» (2006), “Йәннәт һулышы” (2011), “Йәшәргә ваҡыт” (2012), “Һөйөүем доғаһы” (2017), “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” (2022), “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” китаптары авторы. Мәжит Ғафури исемендәге дәүләт академия драма театры ҡуйған “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан сәхнәләштерелеп, аншлаг менән барҙы. “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһының 2024-2025 миҙгеле исемлегенә (лонг-лист) индерелгән, дипломант булды.
Кисәлә Гөлсирә Мирза ҡыҙы Үзбәкстандан Ейәнсура районы Иҙәш ауылына ниндәй яҙмыш елдәре килтереүен, Амстердамда, Африкала ниндәй миссия менән булыуын, телде өйрәнеү нескәлектәрен, “Библия”ны ни өсөн һм нисек тәржемә итеүен, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихтарын, журналист булып эшләгән саҡтағы күңел кисерештәрен һ.б.һ.б. – бик тәфсирләп, матур итеп бәйән итте. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Дилара Сәфәрғәлина, Венера Ишбаева, Зәйтүнә Ҡолһарина Гөлсирә Ғиззәтуллинаның китаптарынан афоризмға тиң ҡанатлы һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Ҡәләмдәше Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева йәш ижадсыларға иғтибарлы булғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерһә, Луиза Дәүләтшина әҙибәгә сикһеҙ аҡылы менән халыҡҡа хеҙмәт итеүҙән туҡтамауын теләне. Китап уҡыусы Гүзәл Мурзаева тәүгә генә ошондай осрашыуҙа булыуына, күп һорауҙарына яуап алыуына ҡыуанып, яҙыусыға күңел хистәренә төрөп рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Кисәне район мәҙәниәт йортоноң “Ҡомартҡы” башҡорт халыҡ йыр ансамбленең матур йыры биҙәне.
Тиҙҙән осрашыуҙың видеояҙмаһын ҡарарға мөмкин буласаҡ.