«Гүзәллек менән диалог»
«Культпритяжение» проекты сиктәрендә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Гүзәллек менән диалог» исемле сара үтте. Ул күренекле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды.
Сараның төп ҡунағы Нәжиб Асанбаевтың сәхнә әҫәрҙәренең күпселек ролдәрен башҡарыусы, мәшһүр драматург менән күреп аралашыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова булды. Шулай уҡ “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, сәнғәт һөйөүселәр, Баймаҡ полилингвиаль күп профилле лицей-интернатының 10-сы синыф уҡыусылары (етәксеһе Тутаева Р. Ә.) ҡатнашты.
Нәжиб Асанбаевтың билдәле пьесаларының береһе «Ҡыҙыл паша” спектакленән тыуған яҡҡа арналған йырҙы Фидан Хисмәтуллин моңло итеп башҡарҙы. Зифа Ғаяз ҡыҙының монологтарын һәм мәшһүр драматург тураһындағы хәтирәләрен тамашасылар яратып ҡабул итте. Йылы мөхиттә барған сарала тамашасылар Зифа Баязитоваға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, күптән түгел генә билдәләгән юбилейы менән ҡотлап үттеләр.
Сара барышында мәшһүр драматургтың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. Уның әҫәрҙәре, быуындан-быуынға күсеп, киләсәктә лә тамашасыларҙы һөйөндөрәсәк әле.