logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Геройҙар ваҡыты

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Чечняла һәм Украинала хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, ысын тормош мәктәбен үткән ҡаһарман ир- егеттәргә арналған «Геройҙар ваҡыты» исемле патриотик сәғәт үтте. Был сарала Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Генерал Шайморатов орденына лайыҡ булыусы Аслаев Данис Фазлетдин улы, Мәхмүтов Шамил Йәмил улы, Нуралиев Ильнар Салауат улы, Хисмәтуллин Тимур Әүхәҙи улы,Чечня һуғышының ҡыҙыу нөктәһендә ҡатнашыусы, “Хәрби берҙәмлек” ойошмаһының етәксеһе Әмиров Рәмис Рәфис улы, УТЭК, ЗАПК студентары ҡатнашты. Сараның геройҙары Украина һәм Чечня бәрелешендәге хәл ваҡиғаларҙы, һуғыш техникаһы һәм ҡоралдарының ҡулланышы, һалдаттарҙың хәрби-ялан йәшәү шарттары тураһында, шулай уҡ төрлө милләт вәкилдәренең ҡатмарлы осорҙа татыу һәм берҙәм булыуы хаҡында һөйләп үттеләр. Сығыш яһаусылар башҡорт егеттәренең ҡыйыулығы һәм башҡаларҙан айырмалы рәүештә татыу, ныҡлы рухлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илһөйәрлек төшөнсәһен күтәреп сығып сараға килгән йәш егеттәргә әрме сафтарына барып ир- егеттәрсә үҙ бурысыңды үтәп ҡайтыу ул ҙур мәртәбә икәненә баҫым яһанылар. Студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына  саҡырылған ҡунаҡтарҙан  тулы яуап алдылар.