logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Хөрмәтле коллегалар, яратҡан китап уҡыусыларыбыҙ, китапхана селтәре ветерандары һәм дуҫтарыбыҙ!

❄Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл менән ихлас ҡотлабыҙ! ❄⭐☃
🎄2023 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө юлдаш булһын. Эштәрегеҙ уң булһын, күңелегеҙҙә мәрхәмәтлелек нуры сәскә атһын, йәнегеҙҙе яҡшы хәбәрҙәр генә йылытһын, һеҙҙең тарафҡа ҡараңғылыҡ үтеп инмәһен, бәлә-ҡаза йөрөмәһен! Яңы йылдың яңы ҡары бәхет булып юлдарығыҙға яуһын!❄❄
🌲 Барығыҙға ла тыныслыҡта, именлектә оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәргә яҙһын! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ. Яңы йылға беренсе аҙымығыҙ изгелек булһын!
❄🎄 Етеп килгән Яңы 2023 йыл менән! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!