Хөрмәтле ҡәләм тирбәтеүсе йәш дуҫтарыбыҙ!
Иҫләһәгеҙ, ғинуар айында «Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән журналист Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 63 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубы үҫмерҙәр араһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсы иғлан иткәйне.
Конкурсҡа 18 уҡыусынан илһөйәрлек темаһына яҙылған мәҡәләләр килде. Уларҙы Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты, “Һаҡмар” гәзите мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдина етәкселегендәге комиссия баһаланы.
21 августта Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Юлай Мәҡсүтовтың Хәтер кисәһе һәм конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үтәсәк. Сара 12-лә башлана. Рәхим итегеҙ!