ХӘСТӘРЛЕК НУРЫ СӘСКӘН КҮҘҘӘР
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында мәғариф ветераны, халыҡ мәғарифы отличнигы, әлеге ваҡытта Баймаҡ районы ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхмәтованың 70 йәшлек ғүмер байрамына бағышланған юбилей кисәһе үтте.
Унда мәғариф бүлегенән вәкилдәр, коллегалары, ауылдаштары, туғандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм уны яҡындан белгән фекерҙәштәре, замандаштары ҡатнашты. Барыһы ла сығыштарында уҡыусыларға төплө белем биреп, уларҙы тәрбиәләүгә күп көс һалған уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙының тормош һәм хеҙмәт юлының күптәргә үрнәк булыуын, ҡайҙа ғына эшләһә лә үтә яуаплы булыуын, хеҙмәтен яратып башҡарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тормоштоң һәр мәленә, сетерекле һәр хәленә үҙ фекере булған, ауырлыҡтарға баш бирмәгән, һәр ваҡыт позитив ҡарашлы, юғары рухлы Көнһылыу Әхмәтоваға ҡарата йылы һүҙҙәр әйтелде, ихлас рәхмәттәр яңғыраны. Юбилей тантанаһын халыҡ ижады үҙәгенең “Аманат” ир-егеттәр һәм “Ирандыкские зори” ансамблдәре сығыштары биҙәне.