logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Хәтер мәңгелек”

  • Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан 9 май алдынан яҡташ шағирҙар ижадына арналған “Хәтер мәңгелек” исемле район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәреү бик матур йолаға әүерелгән. Быйыл да изге йолаға тоғро ҡалып, районыбыҙҙың әҙәбиәткә ғашиҡ ғаиләләре – ике, өс, хатта дүрт быуын вәкилдәре – шиғри бәйгегә сыҡты. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, нәфис һүҙ оҫталығын үҫтереү, шиғриәтте пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәрен арттырыу маҡсатында ойошторолған был бәйге һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын татыған яугирҙәргә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтәһен дә эшләгән тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына мәдхиә булып яңғыраны. Шулай итеп, яҡташ шағирҙар ижадына арналған “Хәтер мәңгелек” исемле район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә 30 ғаилә үҙ көсөн һынаны. Улар араһынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың “Юл буйлап” шиғырын сәхнәләштереп “юл буйлап” йөрөп шиғыр һөйләүсе Ишбирҙе ауылынан 78 йәшлек Мөнирә Ғайсина, ҡыҙы Гөлфиә һәм ейәнсәре Мәликә Иҫәндәүләтова 1-се урынға лайыҡ булды. Юлыҡ ауылынан Айгөл, Әминә һәм Мәрйәм Сирбаевалар – икенсе, Ҡолсора ауылынан Эльвира, Иҙел һәм Ирек Йәнғәлиндар – өсөнсө урынды яуланы. Бәйгелә иң өлкән ҡатнашыусыға 82 йәш булһа – ул Билал ауылынан Рәйлә Кинйәбулатова, иң кеселәре – 5 йәшлек Ишбирҙенән Мәликә Иҫәндәүләтова һәм Сыңғыҙҙан Мәликә Фәйзуллина ине. Шиғри бәйгелә яҡташ шағирҙар – фронтовик ижадсылар Сәләх Күлибай, Нәжип Иҙелбаев, Әмир Моратов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Аҫылғужа Баһуманов, Фирүзә Абдуллина, Рәзилә Ырыҫҡужина, Константин Лапин, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Борис Хәйретдинов, Рәйсә Иҫәнбаева, Хитап Хәмитов, Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева шиғырҙары яңғыраны.
    Шулай итеп, бәйге бик дәррәү, ойошҡанлы үтте. Илебеҙ тарихындағы ғәрәсәтле яу йылдары бар ғаиләгә лә уртаҡ булғанға күрә уның менән бәйле барлыҡ хистәр ҙә уртаҡ – шунлыҡтан йөрәктәргә үтерлек шиғырҙарҙан күҙ йәштәре лә емелдәне.