“Хәтер мәңгелек”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан Бөйөк Еңеүгә ҡарата “Хәтер мәңгелек” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен ойоштороу күптән инде матур йолаға әүерелгән. Быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу, ғаилә ҡиммәттәрен арттырыу, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында үткән бәйге быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Шуға күрә, элек яҡташ шағирҙар ижадына өҫтөнлөк бирелһә, быйыл ҙур дата уңайынан бөтә шағирҙарҙың да Бөйөк Ватан һуғышына һәм Бөйөк Еңеүгә арналған шиғырҙары башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителде. Конкурсҡа 39 видеояҙма килде. Конкурс шарттары буйынса ике, өс һәм унан да күберәк быуын вәкилдәре 1 шиғыр менән сығыш яһарға тейеш ине. Видеояҙмалар буйынса йомғаҡ яһағандан һуң конкурстың финал турына 13 бәйгесе ғаиләләр һайлап алынды.
Бөгөн абруйлы жюри ағзалары – китапханабыҙҙың тоғро дуҫы, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарихсы, шағир, композитор, сәсән, журналист, район Батыр Вәлид премияһы лауреаты, ике тиҫтәгә яҡын китаптар авторы Борис Хәйретдинов, Балалар ижады үҙәге педагогы, “Шатлыҡ” фольклор ансамбле етәксеһе Рәшиҙә Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының баш китапханасыһы Зәйтүнә Ҡолһарина, финалсы ғаиләләрҙең сығыштарын ҡарап, баһа бирҙе. Шулай итеп, урындар түбәндәгесә билдәләнде:
Гран-при – Вәзимә Үҙәнбаева һәм Ильназ Сәғәҙәтов (Таулыҡай ауылы)
1-се урын – Көнһылыу Сөләймәнова, Лена Солтанғолова һәм Динар Солтанғолов (Икенсе Этҡол ауылы);
2-се урында – Миңнур, Дилбәр Маннаповалар, Ынйы, Аслан Миңлебаевтар (Юлыҡ ауылы);
– Мәҙинә Туйсина, Гөлсирә Уразбаева (Сыңғыҙ ауылы);
3-сө урында – Роза һәм Эльза Ғөбәйҙуллиналар, Илшат Мөхәмәтйәнов һәм Ынйы Бикбирҙина (Темәс ауылы);
– Сөмбөл, Айгүзәл һәм Йәнгүзәл Сәйетовалар (Таулыҡай ауылы);
– Дилә һәм Нәргизә Вәлиевалар (Ҡаратал ауылы).
Еңеүселәрҙе уңыштары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр, финалға үтеүселәргә финалист дипломы, ә башҡа ҡатнашыусыларға “Әүҙем ҡатнашыусы” сертификаты тапшырыласаҡ.