logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Халыҡ-ара туған тел көнө

19 февралдә район- үҙәк китапханаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Теле барҙың-иле бар » тип исемләнгән сара үтте. Туған телебеҙҙең ни тиклем матур, бай, йырлы, моңло булыуын ҡаланың 4-се лицейының 6- сы синыф уҡыусылары иҫбатланы. Балалар менән үткән сара уйын- ярыш формаһында үтте. Ике командаға бүленеп тыуған телгә арналған мәҡәлдәрҙе, тиҙәйткестәрҙе уҡынылар. Кеҫә телефонынан саф башҡорт телендә дуҫтары менән аралашып, китап фондынан билдәле яҙыусыларҙың китаптарын эҙләү һынауын уңышлы үттеләр. Был сара башҡорт халҡының һәм әҙәбиәтенең ғорурлығы булған Рәми Ғәриповтың «Туған тел» шиғырын уҡыу менән тамамланды.