logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Пушкин картаһы буйынса 4-се лицейҙа Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева етәкселегендәге кластарҙа 2 дәрес үткәрҙе. Дәрестәр Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналып, башҡорт, рус, татар, инглиз һәм төрөк телдәрендә сәләмләүҙән башланды. Артабан китапханасылар башҡорт телен өйрәнеүсе яҡташ ғалимдар, “Әлифба” дәреслегенең төрлө йылдарҙағы авторҙары Абдрахман Ғәлләмовтың тыуыуына быйыл 100 йыл, ә Фәниә Сынбулатованың күптән түгел 70 йәше тулыуын телгә алып, ғалимдарҙың биографияһы буйынса мәғлүмәт еткерҙе.
Артабан яҡташ режиссер Азамат Ишемғужиндың “Һайлау” исемле фильмы күрһәтелде. Кинофильмда мәктәпкә барасаҡ уҡыусының ата-әсәһе рус мәктәбенә бирергәме, әллә башҡорт мәктәбенәме тип баш вата. Рус мәктәбенә бирергә ҡарар итеп, хатта шул мәктәпкә ғариза биреп ҡайтҡас та әсәһе ризаһыҙлығын белдереүе арҡаһында ыҙғыш сыҡҡас, баланың төнгә ҡарай өйҙән ҡасып китеүе барыһын да хәл итә. Бала үҙ теләге буйынса башҡорт мәктәбендә уҡый. Ә инде 6 йылдан һуң рус теленән олимпиада еңеүсеһе була. Фильм уҡыусыларға бик оҡшаны. Ни өсөн уның “Һайлау” тип аталыуы хаҡында фекер алышыу булды. Ысынлап та, был һайлау телде генә түгел, ә киләсәгеңде һайлау икәнен дә төшөндө улар.
Артабан китапхана хеҙмәткәрҙәре башҡорт һүҙҙәрен, мәҡәлдәрен рус теленә тәржемә итеү, анаграммалар (арттан алға, алдан артҡа табан уҡығанда бер үк һүҙ килеп сыҡҡан һүҙҙәр, мәҫәлән, ҡыҙыҡ, ҡыйыҡ һ.б.), ҡайһы илдәрҙә ниндәй тел дәүләт теле булып йөрөүе буйынса, шулай уҡ республика тарихына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы “Эйе – Юҡ” кеүек мәғлүмәт биреүсе уйындар үткәрҙе, әлеге ваҡытта Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ниндәй конкурстар барыуы хаҡында һөйләп, ошо конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.