logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Хеҙмәткәр-2021”

31 март көнө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә “Хеҙмәткәр-2021” конкурсы үтте. Һайлаған һөнәрен яратып башҡарған, район һәм ҡаланың төрлө тармаҡтарында эшләгән 17 йәш хеҙмәткәр был бәйгелә үҙен һанап ҡараны. Әйтергә кәрәк, быйылғы бәйге башҡаларынан ҡатнашыусылар һаны менән генә түгел, ә ысынлап та төрлө һөнәр эйәләрен берләштереүе менән дә, бәйгеселәр араһында егеттәрҙең булыуы менән айырылып торҙо. Быйыл мәҫәлән, стамотолог та, һатыусы ла, аниматор ҙа, хатта ауыл биләмәһе башлығы ла сығыштарында үҙ һөнәренең өҫтөнлөктәре, ауырлыҡтары һәм файҙаһы хаҡында бәйән итте. Йылдан – йыл конкурсанттар юғары әҙерлек кимәле һәм талантлы булыуы менән һоҡландыра. Был конкурста китапханасылар ҙа йыш уңышлы сығыш яһай, китапханасы һөнәренең йәмғиәткә ни тиклем кәрәкле булыуын дәлилләй килә. Быйыл бәйгелә Баймаҡ үҙәк китапханаһының бүлек мөдире Дилара Зәки ҡыҙы Сәфәрғәлина ҡатнашты һәм үҙен бар яҡлап талантлы белгес, наҙлы ҡатын-ҡыҙ итеп күрһәтте. Һөҙөмтәлә, уңышлы сығыш яһап 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Барлыҡ китапханасылар исеменән Дилара Зәки ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә эшендә яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!!!