logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Хыялға илтер һуҡмаҡ буйлап

#Яҙыусы_Зөлфирә_Ҡаҙаҡбаеваға_55_йәш#Фән_һәм_технологиялар_йылы#һүҙлек_менән_эш

Яҡташ яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 1966 йылдың 24 октябрендә районыбыҙҙың гүзәл төбәктәренең береһе һаналған Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлында балалар баҡсаһында тәрбиәсенән Шишмә һәм Йылайыр райондарында уҡытыусы, «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире, мөхәррир вазифаларына тиклем күтәрелә. Йөрәк йылыһын биш балаһына тигеҙ бүлеп, “Әсәлек даны” миҙалы яулаған автор республикала ижадсы булараҡ киң танылыу яуланы – хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып матбуғатта даими донъя күрә. Беренсе китабы – «Сиселмәгән сер» – 2004 йылда нәшер ителә. 2011 йылда З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Хыялға илтер һуҡмаҡ” (повесть, хикәйәләр) – яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның икенсе китабы. Йыйынтыҡта автор геройҙарының еңел булмаған яҙмышын, бөгөнгө заман кешеләренең уй-хистәрен, үҙ-ара мөнәсәбәтен, әхлаҡи сифаттарын сағыу образдар һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар аша һүрәтләүгә өлгәшкән. Һәр әҫәрҙә авторҙың замандаштары, юғалып барған рухи ҡиммәттәрҙең торошо өсөн борсолоуы күренә.

Китапҡа исем биргән повеста топонимик атамалар бик матур: Күгелсәр йылғаһы, Һөҙәктау, Төлкөтау тауҙары, Дим йылғаһы, Еҫлекүл ауылы. Әҫәрҙә матур ғына йолалар ҙа телгә алына. Мәҫәлән, Һөҙәктауҙа етәкләшкәндәй ике ҡарағай ярышып үҫә. Бик борондан ҡалған йола буйынса, ғашиҡтар ҡауышҡанда – туй көнөндә ошо ҡуш ҡарағай төбөнә килеп, мәңге бергә булырға ант итешә. Ошонда вәғәҙә бирешкән ир-егет яуҙан иҫән-һау ҡайта торған, имеш. Ә хәҙер бында менеүселәр ғүмер аҙағынаса бер-береһенә тоғро ҡала, бәхетле тормош ҡора, тиҙәр (7-се бит). Әммә үҫмер сағынан шундай көн хаҡында эстән генә оялып хыялланған төп героиня Зилә Айсыуаҡоваға бындай бәхет тәтемәгән – 17 йәшендә генә атаһы көсләп кейәүгә биргән. Ире менән йәше тулмауы арҡаһында яҙылышмай йәшәп ятҡанда уның хыянатын белеп, ҡыҙ ауылын бөтөнләй ташлап сығып китә һәм ҡалала көн күрә, төҙөүсегә колледжға уҡырға инә, яңы әхирәтенең ауылына ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Артабан уйламағанда, тормошо ҡырҡа боролош алып, массовкаларҙа театрҙа уйнай башлай, әкренләп билдәле артистка булып китә…

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Хыялға илтер һуҡмаҡ” повесының телен өйрәнеү маҡсатында тикшеренеү эшен башҡарырға булдыҡ. Әҫәр күпселек осраҡта әҙәби телдә һүрәтләнә, әммә диалект берәмектәр ҙә осрап ҡуя. Һирәк осраған һүҙҙәр ҙә бихисап. Уларҙың мәғәнәләрен өйрәнеүҙә Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Мәскәүҙә 1993 йылда сығарған ике томлыҡ “Башҡорт теленең һүҙлеге” – беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ булыр.

 

1. Килгәндә саҡ ҡына ЛӘҮКЕГӘН өмөтөнән хәҙер инде семтем дә ҡалмағайны (13-сө бит).

Ләүкеү – ҡылым.

1) Бик ныҡ ялҡынланыу.

2) күсмә – ҡапыл тоҡаныу, ҡабыныу, дөрләү.

Әҫәрҙә тәүге вариантта телгә алына.

 

2. Иренең былайтып ҡыҙған сағын күрмәгән Зилә, ҡурҡып, ҠУЖРАЙЫП ҡалды (30-сы бит).

Ҡужрайыу (ҡылым) – ҡожрайыу (диалект) – шоҡрайыу (ҡылым) – кәүҙәне, аяҡ-ҡулды йыйып, йомарланыу, бөршәйеү.

Повеста әҙибә героиняның ҡурҡып бөршәйеп ҡалыуын һүрәтләй.

 

3. Башына биҙәкле француз яулығын да бик КӘТТӘ генә итеп бәйләй (31-се бит).

Кәттә – сифат.

1) Бик яҡшы – ошо семантикала ҡулланылған.

 

2) Бик ғорур, һауалы; эре.

 

4. КИСҠОРОН бигерәк һалҡынайта, ҡыҙҙар өҫтәрендәге куртка-фуфайкаларына төрөнөп, һыйынышып арҡа терәп ултыралар (42-се бит).

Кисҡорон – рәүеш.

Кискә табан.

 

5. Унан инде өшөп-туңып ҡайтып, эҫе мунсаға барып ауаһың да һөйәктәге ЙӨЛӨНӨҢӘ үткәнсе хуш еҫле ҡайын миндеге менән сабынаһың (52-се бит).

Йөлөн – исем. Умыртҡа һөйәгенең эсендәге йомшаҡ матдә, арҡа мейеһе.

 

6. Тегеһе уны күрмәй, тәмәкеһен тешенә ҡыҫтырып, аяҡ өҫтө баҫты, һибелешеп ятҡан сүп-сар САРПЫНДЫНЫ бер яҡҡа этеп төшөрҙө (59-сы бит).

Сарпынды – исем. Ярсылып сыҡҡан бер киҫәк.

 

7. Шулай ҙа дөрөҫөн әйт әле, берәй туған-тыумасаң, ӘҠРӘБӘҢ түгелме? (64-се бит).

Әҡрәбә – исем. Туған тейеш кеше.

 

8. ИРӘБЕ, көләкәс кенә ҡыҙыҡай тәүҙә оҡшаманы уға (80-се бит).

Ирәбе – сифат. Мәғәнәләре:

1) Кешегә ҡарата асыҡ, хуш күңелле, мөләйем йөҙлө, илгәҙәк.

2) Кәүҙәгә ныҡлы, баҙыҡ, теремек.

9. – Ә киләсәккә ни булған? – тип ҮЖӘТЛӘНЕП төпсөндө Фәнисә (90-сы бит).

Үжәтләнеү – ҡылым, диалект.

1) Үҙһүҙләнеү, еңмешләнеү – ошо семантика күҙ уңында тотола.

2) Ялҡауланыу.

 

10. Һәм үҙең дә күреп тораһың, еңеү тауының башына уҡ менмәһәм дә, урта ТӨШӨНӘ етеп барам (104-се бит).

Төш – исем. Мәғәнәләре:

1) Йоҡола күргән төрлө күренеш.

2) Көн үҙәге, төш мәле.

3) Диалект – һөйәк.

 

4) Диалект (исем) – тош. Мәғәнәләре:

1)) Сикле, бәләкәй урын (тош-тош ер) – әҫәрҙә ошо мәғәнәлә ҡулланылған.

2)) билдәле бер ваҡыт арауығы, мәл

3)) тиңдәш

4)) тошаллау (ҡылым) – тоҫмаллау

5)) тошоғоу (ҡылым) – тап булыу, осрау.

 

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Хыялға илтер һуҡмаҡ” повесында, халҡыбыҙ телендә һирәгерәк осраған йәнле һүҙҙәрҙән тыш, мәғәнәле, тормошсан һығымталар ҙа күп осрай. Мәҫәлән, Бик күп тә кәрәкмәй икән күңел күтәрелһен өсөн – ихлас һүҙ, йылы ҡараш (23-сө бит). Ҡунып һайрар талың серек булмаһын да ваҡытынан алда ҡорт төшмәһен (31-се бит). Кеше ҡартайған һайын тағы ла нығыраҡ ярата, яратыуҙың ҡәҙерен белә бара… Ә кешене яратмай, үсләшеп, көнләшеп, талашып йөрөгәндәр йәмһеҙләнә лә ҡуя… Йылмайһаң, донъя ла матур, нурлы күренә (32-се бит).

Халҡыбыҙҙың тос ҡына аҡыллы фекерҙәре – мәҡәлдәр – йыш урын ала: матурлыҡты ашҡа һалып ашап булмаҫ, тәртәгә егеп ат итмәҫен аңлар ҙа бит Рәмзиле, һуң булыр. – Шулай үҙ алдына һөйләнә-уйлана ҡашығаяғын ышҡыны Хәлимә апай (92-се бит). Бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды бутай, тип юҡҡа әйтмәгәндер боронғолар (97-се бит).

Төп героиня ябай ауыл ҡыҙынан билдәле артистка кимәленәсә үҫеү осоронда тормошонда бик күп күңелде йылытыр йәнле лә, йөрәктәрҙе табанға атыр көсөргәнешле лә хәл-ваҡиғаларға йыш юлыға. Шул мәлдәрҙе әҙибә психологик яҡтан бик оҫта һүрәтләй. Мәҫәлән, көҙөн ырҙында көндөҙ ҙә, төнөн дә эшләгән осорҙа Рәмзилдең ҡыҙҙарға сәй алып килеп эсереп йөрөүе шундай йылы итеп һүрәтләнә. Егеттең ҡыҙға мөнәсәбәте әллә ниндәй ялтырауыҡ һүҙҙәр менән түгел, ә ошондай ҡылыҡтары, эше аша сағылдырыла. “Ҡыҙ өндәшмәй, уға шулай Рәмзил менән ара-тирә йәшерен күҙ һирпешеп, йылмайышып ултырыуҙан да ҙур бәхет юҡ һымаҡ. Уға Рәмзил тик үҙе өсөн тырышалыр, тик уның өсөн генә сәй алып киләлер кеүек. Был уйҙан уға шул хәтлем рәхәт, донъяла уны уйлаған, ҡайғыртҡан берәү булғанда, үҙеңдең кәрәклегеңде тойоуҙан да әһәмиәтлерәк башҡа нәмәнең булыуы мөмкин түгелдер шикелле” (43-сө бит).

“Хәйер, уларҙың осрашмағанына күпме әле? Бәй, бер йыл да үтеп киткәнме ни? Шулай шул, былтыр декабрь башында, урамда көрт йырып, ҡар бәрешеп йөрөгәндән бирле осрашҡандары ла юҡ икән дә баһа. Үҙ ығы-зығыһы менән йәшәп, күңеленән генә Рәмзил менән һәр яңылығын уртаҡлашып йөрөгәнгә генә егетте көн һайын күреп торғандай тойолған икән” (72-се бит).

 

“Ниңәлер дауахана тупһанына аяҡ баҫҡас, ҡыҙҙың йөрәген ҡурҡыу тойғоһо биләне. Нисек кенә икән унда Рәмзил? Аяҡ-ҡулы именме? Элекке сибәр егет урынына ҡарауы имәнес ғәрип кешеме әллә?..

– Һеҙ Рәмзил Ишембаевҡамы?

– Ә-ә, эйе. Ул мине саҡырҙымы әллә?

– Юҡ… Юҡ, инмәгеҙ, борсомағыҙ. Ул һеҙҙе күрергә теләмәй. Хәле ҡыл өҫтөндә саҡта килмәнегеҙ, күренмәнегеҙ. Хәҙер әҙәм булғас, арыуланғас, исем өсөн килеп, намыҫығыҙҙы таҙартмаҡсыһығыҙмы?…

…Зилә битенән тәгәрәй башлаған йәштәрен һыпырып, тиҙерәк ары атланы. Нисек тә был ҡурҡыныс ерҙән, уның һөйөүенән ҡасҡан, уны ситкә типкән ерҙән алығыраҡ китергә теләне… (67-се бит).

 

Әҫәр һирәк осраған күркәм һүҙҙәр менән генә түгел, сағыштырыу, йәнләндереү, метафора кеүек һүрәтләү саралары менән дә тәрән һуғарылған. Бына уларҙың бер нисәүһе. “Ысынлап та, бынан ауыл ус төбөндәге ҡуҙ шикелле, төнгө уттары менән, ыҡсым ғына булып емелдәп ята” (44-се бит). “Ә йондоҙҙар, яңғыҙ айҙы көнләштереп, йәштәр артынан шаярып-йүгереп, баҫтырышып барҙылар” (46-сы бит). “Зәйнәп ҡырт боролоп, тыҡылдата баҫып баҫҡыстан өҫкә күтәрелде. Әйтерһең, туҡ-туҡ итеп Зиләнең дә йөрәген тапалап, ҡаҙаҡлап үтте” (67-се бит). “Иҫ киткес тыныс ҡышҡы иртәләр була: әкиәттәге көмөш батшалыҡты хәтерләтеп, ап-аҡ бәҫкә төрөнгән ағастар ҙа һелкенмәй, күбек кеүек ҡабарып ятҡан көрттәр ҙә, семәрле емелдәк эшләпәләрен ҡырын һалып кейгән йорттар ҙа уйға сумғандай тойола. Һил иртәләй тыныс та, яғымлы ла ине ҡыҙҙарҙың дуҫлығы” (88-се бит). “Күкте иңләп осҡан саҡта атып төшөрөлгән күгәрсендәй тойҙо үҙен Рәмзилә. Ос, тип ҡанат бирҙе лә, матур һүҙҙәре, ихлас өмөттәре менән ышандырып-әйҙәп күктәргә күтәрҙе лә, ҡанатының остарын киҫте режиссер. Ергә атып бәрҙе, түбәнһетте, бысратты, кәмһетте” (98-се бит).

Ә шулай ҙа геройҙың рухи үҫеше уның уйланыуҙары аша сағыла. Бигерәк тә, Зиләгә тәүге роле – “Аҡбуҙат” эпосындағы Нәркәс образы бирелгәс, уның өҫтөндәге эҙләнеүҙәре, уй-фекерҙәре режиссер Алтынсурин, Һәүбән ролен башҡарыусы абруйлы атҡаҙанған артист Йәүҙәт Сәлимов менән диалог рәүешле бирелә: “Ниндәйерәк булған борон заманда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, ниндәй уй-маҡсат менән йәшәгән, ирҙәр, йәмәғәт алдында нисек тотҡандар үҙҙәрен? Күп кешеләр фаразлауынса, пәрәнжә бөркәнеп, һүҙ ҡушырға баҙмай, ҡурҡып йәшәгәнме?” “Беҙҙе бала саҡтан ҡыҙ кеше тыңлаусан, баҫалҡы булырға тейеш, өлкәндәргә, ир-егеттәргә ҡаршы өндәшмәҫкә, ауыҙың тулы ҡан булһа ла төкөрмәҫкә бурыслы тип өйрәтәләр. Һәм беҙ шулайбыҙ ҙа. Бик аяныслы ҡатын-ҡыҙҙың хәле, эйе, үтә баҫалҡы, дөрөҫөрәге, баҫылып йәшәй улар. Аҡыллы, һәләтле генәһе лә һуҡыр тингә тормаған иренә буйһоноп, туҡмалып. һәм, иң ҡурҡынысы – шулай булырға тейеш, тип йәшәй. Яратышып өйләнешеп, матур балалар үҫтерергә тип хыялланған дәртле, егәрле ҡыҙҙан, өс-дүрт йыл эсендә бер нимә менән дә ҡыҙыҡһынмаған, робот-ҡатын барлыҡҡа килә. Балаларының тамағы туҡ, йорто-малы ҡараулы, иренә яраһа, шул еткән. Тәүҙә үҙенсә баш күтәреп, бер-ике мәртәбә ирен ташлап, ата-әсә йортона ҡайтып та ҡарай. Ләкин ғүмер буйы ике уртала йөрөп булмай, сөнки бер киҫелгән икмәк кире берекмәгәндәй, тыуған йортонда ла уны ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Етмәһә, өйҙә ир туғаны, уның ғаиләһе, бала-сағаһы булһа, уның ҡайтыуы оло проблема тыуҙыра. Бахыр ҡатын ҡайҙа барһын, эт типкеһендә йөрөһә лә, китә ире эргәһенә. Әсәһе лә: “Үлһәң лә кейәүҙең тупһаһында ятып үл”, тип ут өҫтәп ебәрә. Сөнки башҡорт халҡы борон-борондан айырылышыуҙы өнәмәгән, бәхетлеме-юҡмы, бергә йәшәһен тип

барған. “Төшкән ереңдә таш бул”, тип ҡыҙҙы оҙатыу йоланың сағылышылыр ул. Ҡалай рәхимһеҙ теләк… Шул инде, беҙ балаларҙы, бигерәк тә ҡыҙ баланы дөрөҫ тәрбиәләмәйбеҙ. Шуға ла ҡурҡаҡ, шомбай, ғәйбәтсе, әпкәләйҙәр килеп сыға, сөнки баҫабыҙ, тыябыҙ. Ә бына китаптарҙан күренеүенсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары улай булмаған. Бәләкәй генә саҡтан малайҙар менән бер рәттән һыбай йөрөгән, уҡ-йәйә тотоп, ҡош аулаған, хатта яу сапҡан. Улар физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булған. Әлбиттә, әҙәпле, инсафлы ла, әммә хәҙерге кеүек хоҡуҡһыҙ түгел” (97-се бит).

 

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Хыялға илтер һуҡмаҡ” повесында төп героиня Зилә Айсыуаҡова-Рәмзилә Салауатованың тәфсирләп һүрәтләнгән тормошон күҙҙән үткәргән саҡта, ирекһеҙҙән, “Зилә-Рәмзиләнең прототибы бармы икән?” – тигән һорау тыуа. Автор былай тип яуап бирҙе:

– Юҡ, прототибы юҡ, башҡа килгән фантазия ғына! Бәлки, үҙемдең кисерештәрем геройымдың уйҙары булып инеп киткәндер…

– Ҡатын-ҡыҙҙың еңел булмаған яҙмышын тасуирлаған был шәп повесть сәхнә биҙәге булырлыҡ спектакль итеп күрһәтелергә лә, хатта кинофильм итеп төшөрөлөргә лә лайыҡлы, тип баһалайым.

– Улай тип арттырып, шаштырып ебәрмә әле! Үҙем ғәҙел генә әйтелгәнде яратам. “Зиләнең үҙенең көрәше күренмәй, еңел генә үрҙәр яулап тик йөрөй – юлында тәүҙә яҡшы әхирәте, унан шәп режиссер осрауы арҡаһында ғына шул дәрәжәгә күтәрелә”, – тип әйтеүселәр ҙә бар. Нисек кенә булмаһын, ошо геройым аша үҙемдең дә әйтергә теләгәндәрем ярылып ята. Үҙемә лә оҡшай ул образым, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға бит, тимәк, ул да йәшәүгә, бәхеткә лайыҡ. “Бөтә кеше лә бәхетле булып йәшәһен!” – тип әйтергә теләйем был әҫәрем менән, – ти ул.

… Ҡыҫҡаһы, дуҫтар, уҡығыҙ!

Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.

 

Литература:

1. Ҡаҙаҡбаева З.Й. Хыялға илтер һуҡмаҡ: повесть, хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2011. – 264 бит.

2. Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. Тар., тел һәм әҙ. институты. – М.: Рус.яз., 1993.