logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

⚡⚡ИҒЛАН⚡⚡

17 ноябрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташ яҙыусы, шағир, арҙаҡлы драматург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан, Татарстан һәм сит ил театрҙарында ҡуйылған утыҙҙан ашыу пьеса, егермегә яҡын китап авторы Наил Әсҡәт улы ҒӘЙЕТБАЕВ менән осрашыу кисәһенә саҡырабыҙ.
Йәнле әңгәмәлә тормош, ижад тураһында һөйләшеү, авторҙың быйыл “Ағиҙел” журналында, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күргән “ЙӘН” романы тураһында фекер алышыуҙар буласаҡ. Осрашыу сәғәт 11-ҙә башлана. Рәхим итегеҙ!