“Игебай мәктәбе”
Баймаҡ лицей-интернатында һәм Күсей мәктәбендә “Игебай мәктәбе” балалар ижады клубы ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар менән осрашыуҙар үтте. Тәүгеһендә Юлиә Шәкирова, Нургизә Ғибәҙуллина, Илсиә Нурғәлина, Камила Солтанова, ә икенсеһендә Асия Игебаева, Зилиә Сафина, Наҙгөл Зәйнуллина үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Клуб етәксеһе Айгөл Иҙелбаева “Лукоморье” әкиәттәр һәм Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсының һөҙөмтәләре булып сыҡҡан “Бала саҡ әкиәттәре”, “Әкиәттәр һандығы”, “Юлай аманаты” китаптары менән таныштырҙы. Әйткәндәй, “Юлай аманаты”нда был мәктәптәрҙең уҡыусылары ижады ингән.
Уҡыусылар менән осрашыуҙарҙы ойошторорға ярҙам иткән педагогтар Фәнүзә Азамат ҡыҙы Байғотлинаға һәм Вәсилә Зәбир ҡыҙы Зәйнуллинаға рәхмәт әйтеп, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.