«Ил ағаһы – Илбулов»
Бөгөн ҡаланың үҙәк китапханаһында абруйлы яҡташыбыҙ Илбулов Ҡорбанғәле Ниғәмәт улының хеҙмәте һәм тормош юлына бағышланған «Ил ағаһы – Илбулов» китабының исем туйы үтте. Был сараға китап авторҙары -Ирек Бикмәтов, Фрунзе Исрафилов, Хазина Искужина, китап геройҙары -Гайсин Мөҙәрис, Илдар Сафин, Ҡорбанғәле Илбуловтың тыуғандары, балалары, ейән – ейәнсәрҙәре саҡырылды. Сарала, шулай уҡ, мәртәбле ҡунаҡтар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы Ғарипова һәм район хәкимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Булат улы Шәрипов ҡатнаштылар.
Саҡырылған ҡунаҡтар Ленин ордены кавалеры, Ирәндек совхозы чабаны, абруйлы шәхес Ҡорбанғәле Илбулов йәшәгән һәм эшләгән дәүергә әйләнеп ҡайтып, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, геройҙың ауыр хеҙмәтен намыҫ һәм тырышлыҡ менән башҡарыуы хаҡында һөйләп үттеләр. Күренекле яҡташыбыҙ Таңсулпан Хисбулла ҡыҙының һәм Азат Булат улының Ҡорбанғәле Ниғәмәт улы тураһындағы сығыштарын ҡатнашыусылар йылы ҡабул иттеләр.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика йыр бәйгеләре лауреаты Флүрә Туйсинананың ҡунаҡтарға бағышланған моңлы һәм халыҡсан йырҙары сараны йәмләне.