“Илһам биргән төйәгем”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы тарафынан даими ойошторолған “Илһам биргән төйәгем” исемле талантлы замандаштар менән осрашыуҙар рубрикаһында “Бәйге ғүмер” китабы авторы Таңһылыу Йәнтүрина менән осрашыу үтте. Кисәлә шулай уҡ китаптың геройҙары – мәғариф һәм хеҙмәт ветераны Вилүрә Йәнтүрина, ғалим, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы, профессор, тәбиғәт фәндәре академигы Сәфәрғәле Йәнтүрин, мәғариф ветераны, сәсән Мансур Рәхимғолов, сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй күңеле” премияһы һәм халыҡ-ара һәм республика сәсәндәр бәйгеһе лауреаты, Башҡортостан башлығы грантына “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе булдырған һәм уның етәксеһе Асия Ғәйнуллина, шулай уҡ яҙыусы, драматург, Р.Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты Әминә Яхина, уҡытыусы-ҡурайсы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Кейекбирҙин, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, “Милләт әсәһе” миҙалы кавалеры, сәсәниә, шағирә, бер нисә китап авторы Фәрҙиә Юнысова, китаптың рус теленә тәржемәсеһе, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының директор урынбаҫары Айгөл Ғәйнуллина һәм Вилүр Рәхимғоловтың яҡты иҫтәлеген хөрмәт итеп килгән ҡунаҡтар, китапханасылар һәм китапхана ветерандары, мәғариф ветерандары, яҡташтар ҡатнашты.
“Бәйге ғүмер” исемле китабы республикабыҙҙа тәүге эшҡыуар, башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе бер туған ағаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәхимғолов Вилүр Зиннәт улына арналған. Таңһылыу Зиннәт ҡыҙы ағаһы тураһындағы биографик повесть яҙыу уйы нисек һәм ҡасан тыуыуы, уның бала сағы, бер туғандарынан ҡайһы яғы менән айырылып тороуы, бәләкәй сағынан ойоштороу эшенә әүәҫлеге, эшҡыуарлыҡҡа ынтылышы хаҡында һөйләне. Нурғәле Кейекбирҙиндың ҡурайҙа оҙатыуында Вилүрә Зиннәт ҡыҙы моңло тауышы менән йырҙар яңғыратты. Кисәлә шулай уҡ Вилүрә ханымдың һабаҡташы Рәйсә Иҫәнбаева, Таңһылыу Йәнтүринаның төркөмдәше Вәсимә Ямантаева хәтирәләре менән уртаҡлашты.
1-се мәктәптең мәғариф ветераны – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Батыр Вәлид премияһы лауреаты Фәниә Кәримова мәктәптә Ҡурай музейы асҡан саҡта Вилүр Рәхимғоловтың йәтеш кенә тирмә, милли кейемдәр менән ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.
Танылған журналист Юлай Мәҡсүтовтың “Күптәргә мин үҙем усаҡ инем” исемле китабында Вилүр Зиннәт улы тураһындағы бер мәҡәләһе лә ингән. “Яҙмышты уҙған уҙаман” тип атала. Унда Вилүр Рәхимғоловтың былай тип һөйләгән юлдар бар: “Бейеүгә йәштән үк ғашиҡ инем. Хатта республикабыҙ делегацияһы составында 1988 йылда сит илдәргә сығып, Греция менән Кипр сәхнәләрендә бейеп йөрөнөм”, – тигән. Ә повеста: “Вилүр һәм ошо ансамбль составында сығыш яһаған Сәфәрғәле кейәүе башҡорт ҡурай моңон бөтә донъяға ишеттерҙе, тип әйтергә була”, – тиелә. Кисә ҡунағы ғалим-биолог Сәфәрғәле Йәнтүрин ошо сәфәр тәьҫораттары һәм Вилүр Рәхимғолов тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, Баймаҡтың урамдарының береһенә уның исемен биреүҙе юлларға тәҡдим итте.
Повестың “Күк үләндәр ҡалҡҡас…” тигән бүлегендә Вилүр Рәхимғоловтың мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән сағында 8 мартҡа арналған бик матур концерт ойоштороуҙары, шунда бер ҡатындың “Күк үләндәр ҡалҡҡас…” тип йырлауы Вилүр Зиннәт улының күңел ҡылын сиртеүе хаҡында оҫта итеп тасуирлана.
Ошо йырҙы башҡарыусы ҡатын-ҡыҙ – һәүәҫкәр композитор, автор башҡарыусы Рима Барый ҡыҙы Ғәлина булып сыға. Был йырҙы Ғәле Фәхретдиновтың баяндағы оҙатыуында Борис Хәйретдинов һәм Мансур Рәхимғолов бик матур итеп йырлап ишеттерҙе.
Китапта район комсомолдарының Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллыҡ юбилейына ҡарата Өфөгә саңғыла рейд яһауы оҫта һүрәтләнә. Уны ойоштороусыларҙың береһе райкомда спорт инструкторы булып эшләгән Вилүр Рәхимғолов була. Шул маршбросокта ҡатнашыусы Салауат Иҫәнғолов ошо рейд хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
2020 йылдың апрель айында Вилүр Рәхимғоловтың иҫтәлегенә арнап Сибай сәнғәт колледжы коллективы уҡытыусы-сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендә кисә үткәреүе хаҡында ла повеста бәйән ителә. Асия Солтан ҡыҙы Вилүр Рәхимғолов менән нисек танышыуы һәм уға арналған йыр ижад итеүе хаҡында тулҡынландырғыс итеп һөйләне. Вилүрә ханым был йырҙы үҙәккә үтерлек итеп йырлап ишеттерҙе.
Китаптың тәржемәсеһе – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының директор урынбаҫары Айгөл Ғәйнуллина әҫәрҙең рус теленә өҙөктәрен уҡығанда күптәрҙең күҙҙәрендә йәштәр емелдәне.
Повеста Вилүр Зиннәт улының бәләкәйҙән олоғайғансы ҡурайҙан айырылмауы ҡыҙыл еп булып үтә. Үҙе генә уйнап ҡалмай, үҙе эшләгән мәктәптәрҙә ҡурай ансамблдәре ойоштора. 250-нән ашыу кешене ҡурай уйнарға өйрәтә. Эшҡыуарлыҡҡа тотонғас, ул хатта үҙе ҡурай эшләү менән мауыға башлай, 4 мең 200 ҡурай эшләй. Бихисап ҡурайсылар тәрбиәләгән педагог, кисәбеҙҙең хөрмәтле ҡунаҡтарының береһе Нурғәле Кейекбирҙин Вилүр Зиннәт улы теккән еләндә халыҡ көйөн бүләк итте.
Эшҡыуарҙан ҡасандыр бүләккә елән алған ауылдашы – яҙыусы, тарихсы, һәүәҫкәр композитор Борис Хәйретдинов та яҡты хәтирәләре хаҡында һөйләп үтте.
Юлай Мәҡсүтовтың көслө рухлы шәхес булған Вилүр ағай тураһындағы 2006 йылда “Йәшлек”тә сыҡҡан “Милләт күрке – милли кейем” исемле тағы бер мәҡәләһендә ошондай юлдар бар:
“Тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Вилүр Зиннәт улы 2000 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Уны республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә алдынғы етәксе булараҡ беләләр. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән өлөшө һәм социаль эшмәкәрлек алып барғаны өсөн 2004 йылдың 15 ноябрендә Мәскәүҙең Кремль һарайында уға Рәсәй Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының Дипломы тапшырылыуы тотош Башҡортостан өсөн оло әһәмиәткә эйә ваҡиға булғайны”, – тип яҙа Юлай Мәҡсүтов.
Был ваҡиға повеста ошолай бәйән ителә: “Кремлдәге меңәрләгән кешеләрҙе һәм юғары хөкүмәт етәксеһен иң аптыратҡаны шул булды: был еңеүселәрҙең береһе – беренсе төркөм инвалиды Вилүр Зиннәт улын залға күтәреп индерҙеләр…” Таңһылыу Йәнтүрина ағаһының Мәскәүгә ышаныр-ышанмаҫ ҡына китһә лә, шул тиклем ҡыуанып ҡайтыуын, был еңеүе уның ҙур эштәргә ҡанатландырыуы хаҡында һөйләне.
Район мәҙәниәт йортонда бергә эшләгән коллегаһы – оҙаҡ йылдар “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләгән, ансамбль менән төрлө сит илдәрҙә сығыш яһаған, үҙе лә “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының Гран-приһын яулаусы талантлы бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин Вилүр Зиннәт улының һәр ваҡыт өлгөрлөгө, сос булыуы, яңы идеялар менән янып, ҡайнап йәшәүе хаҡында бәйән итте.
Кисәлә Вилүр, Мансур Рәхимғоловтарҙың, Борис Хәйретдиновтың шиғырҙары яңғыраны. Таңһылыу Йәнтүринаның “Бәйге ғүмер” китабын уҡып сыҡҡан Фәрҙиә Юнысова тулҡынлана-тулҡынлана үҙ фекере менән таныштырҙы.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина автор Таңһылыу Йәнтүринаға Баймаҡ районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы, киләсәккә уңыштар теләне. Ғаилә йылында районыбыҙҙың бар яҡтан талантлы шәп ғаиләһе тәбрикләнде, күкрәге менән ауырлыҡтарҙы ярған эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге тәүге ҡарлуғас Вилүр Зиннәт улы хаҡында тик яҡты һәм матур хәтирәләр яңғыраны, хәтерҙәр яңырҙы.