“Илештә лә булдыҡ беҙ, Өфөнө лә күрҙек беҙ!..”
16 апрелдә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләгән Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һәм “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубы ағзалары баш ҡалабыҙ Өфөлә – Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы бинаһында сығыш яһаны. Әҙәби-музыкаль ҡунаҡхананың программаһы
“Ижадсыларға бик бай
“Йәнгүҙәй” һәм “Игебай!”
тип аталды. Ул Союздың “Башҡортостандың әҙәби картаһы” проекты буйынса тормошҡа ашырылды. Залда “йәнгүҙәй”ҙәр һәм “игебай”ҙар ижады тупланған йыйынтыҡтарҙан һәм гәзит-журналдарҙан торған, шулай уҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының һынлы сәнғәт кафедраһы театраль-декорацион живопись бүлегенең 4-се курсы студенты, быйыл Баймаҡ районы тарафынан булдырылған Зекериә Аҡназаров исемендәге премияның тәүге лауреаты Яҙгөл Иҙелбаеваның һүрәттәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Кисәне Борис Хәйретдиновтың баянда оҙатыуында яҡташтарҙың аяғүрә баҫып башҡарған Баймаҡ районының гимны һаналған “Күк Ирәндек буйында” йыры асты. Яҡташыбыҙ – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Алһыу Бәхтиеваның тыуған еребеҙгә арналған халыҡ йырын башҡарыуы тамашаға оло йәм өҫтәне. “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзалары Нурия Мортазина, Гөлсөм Зәкирова, Сибай ҡашҡа псевдонимлы Мансур Рәхимғолов, Нәфисә Мәмбәтова, Заһит Ғүмәров үҙҙәренең төрлө актуаль темаға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерһә, Борис Хәйретдинов үҙе ижад иткән йырҙарын да яңғыратты. Мансур Рәхимғолов һуңынан һығылып торған сәй табыны артында ҡурайҙа ла һыҙҙырҙы. Нәфис һүҙ оҫтаһы Дилә Мөхәмәтйәрова Фирүзә Абдуллинаның һәм Лилиә Ҡәйепованың шиғырҙарын йөрәктәргә үтерлек итеп һөйләне.
Ижади ғаилә династияһы һаналған Рәйсә Иҫәнбаева һәм уның шулай уҡ “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзаһы булған ҡыҙы Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаеваның, ейәнсәрҙәре – “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары Әмилә һәм Нәзиләнең сығыштары – байрамдың төп биҙәге булды. Улар шиғыр ҙа һөйләне, бейеп тә күрһәтте. Шулай уҡ ҡасандыр “Игебай мәктәбе” клубы ағзаһы булған студент Яҙгөл Иҙелбаева күргәҙмәгә ҡуйылған һүрәттәре менән таныштырып, уларға ниндәй мәғәнә һалыуы хаҡында бәйән итте һәм үҙенең яңы шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Кисәне “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе – БР Яҙыусылар һәм Журналистар Союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Юлай Мәҡсүтов исемендәге Баймаҡ районы журналистар премияһы, Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге республика әҙәби һәм “Аманат” журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан 4 китап авторы Айгөл Иҙелбаева һәм тәүге өлөшөндә яҡташыбыҙ – Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр «Беренселәр» хәрәкәтенең төбәк етәксеһе урынбаҫары, йәш йәмәғәтсе, Атайсал проекты ҡатнашыусыһы, ике китап авторы, оҫта алып барыусы, Мостай Кәрим исемендәге фонд грантын яулаусы, район, республика кимәлендәге ижади конкурстар еңеүсеһе, “Йәншишмә” гәзитенең йыл лауреаты Заһит Ғүмәров йәнле итеп алып барҙы. Заһит Ишбулат улы шулай уҡ ҡасандыр Айгөл Иҙелбаева етәкләгән Баймаҡ телевидениеһының “Рух ҡошо” проекты өсөн махсус рәүештә шағирә Фирүзә Абдуллинанан әсәһенә арнап яҙҙырған шиғырҙы йөрәкте тетрәтерлек итеп һөйләп ишеттерҙе. Был шиғыр менән Заһит һәм уның ағаһы актер Айбулат Ғүмәровтар “Рух ҡошо”ноң Гран-приһын яулағайнылар.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова китапхана һәм “йәнгүҙәй”ҙәр исеменән союздың бинаһының яңыртылыуы менән ҡотлап сәй сервизы, ә Айгөл Иҙелбаева “йәнгүҙәй”ҙәрҙең һәм үҙенең китаптарын, шулай уҡ шәхсән үҙе исеменән, ихлас рәхмәттәрен һәм йөрәк ҡайнарлығын ҡушып, йылытҡыс майлы радиатор ҙа бүләк итте.
Кисә “Йәнгүҙәй” берекмәһенең гимны – Рәйес Түләктең “Баймағыма йыр” шиғырына Борис Хәйретдинов ижад иткән матур йыр менән тамамланды.
Иң ҡыуандырғаны – яҡташ яҙыусыларҙың: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың, Әхмәр-Ғүмәр Үтәбайҙың, Рәшиҙә Мәһәҙиеваның, Фирүзә Абдуллинаның, Лилиә Ҡәйепованың, Рәзилә Ырыҫҡужинаның, ғалимә Миңһылыу Усманованың, берекмә ағзаларын күтәрмәләп, әҙәби-музыкаль ҡунаҡханала ҡатнашыуы, йылы һүҙҙәре, изге теләктәре һәм шулай уҡ сәй табынына телде йоторлоҡ күстәнәстәре булды. Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, күп ҡырлы ижадсы баймаҡтарға һоҡланыуын белдереп, киләсәктә лә ошо әүҙемлекте һәм берҙәмлекте юғалтмауҙарын, ижади уңыштар теләне.
Ирәндеккәй тауҙың эй башында
Үркәсләнеп ята Йәнгүҙәй.
Баймаҡҡайҙың данын тирә-яҡҡа
Тарата шул беҙҙең “Йәнгүҙәй”!
СӘЙӘХӘТТӘН ТӘЬҪОРАТТАР
Сибай ҡашҡа:
– Хөрмәтле үә зиннәтле “Йәнгүҙәй”ебеҙ етәкселәре!!! Һеҙгә Яҙыусылар союзында ойошторолған матур, онотолмаҫлыҡ сарала ҡатнашып ҡайтыусылар исеменән оло рәхмәтемде белдерәм! Һаулыҡ, ижади уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр яулап, беҙҙе ҡыуандырып йәшәүегеҙҙе теләйем! Ҙур рәхмәт һеҙгә!!!
Рәйсә Иҫәнбаева:
– Шундай мәртәбәле сарала булдыҡ, үҙ тауыштарыбыҙҙы ишеттерҙек. Ойошмаға ғына түгел, ижадыбыҙ менән әҙәбиәткә бирелгәнлегебеҙҙе иҫбат иттек. Ошо проектты булдырған Яҙыусылар ойошмаһына рәхмәт! Унда барыуға мөмкинлек булдырған, беҙҙең менән бар ныҡышмаллығын, сабырлығын һалып етәкләгән Айгөл һылыуыбыҙға рәхмәт! Китапхана директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙына, ошо сәйәхәтте ойоштороуҙа бар көсөн һалып, беҙҙең менән бергә булғанға, сабыр ғына етәһе еребеҙгә еткергән водителдәребеҙгә ОЛО рәхмәтемде ғаиләбеҙ һәи башҡа “йәнгүҙәй”ҙәр исеменән еткерәм. Һәр икебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ!
Гөлсөм Зәкирова:
– Ысынлап шундай ҙур мәғәнәгә эйә, кәрәкле, ваҡытлы, сәмле һәм йәмле сара булды был. Мин ижадташтарымдың һутлы ижадтарына һоҡланып, күңелем тулып йыуанып, сикһеҙ ғорурланып, бер башҡа үҫеп ҡайттым. Был матур осрашыу тәьҫораттары күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. Рәхмәт барығыҙға ла!
Нәфисә Мәмбәтова:
– “Йәнгүҙәй”ҙәрҙҽ баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән йылы осрашыуҙа ҡатнаштырыу мөмкинлҽгҽ бүләк иткәндәрҽ өсөн китапхана дирҽкторы Гөлназ Әкрәм ҡыҙына, әҙәби-ижад бҽрҽкмә ҽтәксҽһҽ Айгөл Рамаҙан ҡыҙына рәхмәтлҽбҽҙ. Шиғри йәнлҽ бҽрҽкмә ағзалары өсөн барып ҡайтыр юлдың оҙонлоғо ла бҽр ни түгҽл инҽ. Яҙыусылар союзы бинаһында барған осрашыу тик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Cара алдан уйланылған программа буйынса бик йәнлҽ итҽп алып барылды, музыкаль яҡтан да биҙәлҽш урынлы ғына файҙаланылды. “Йәнгүҙәй”ҙәрҙҽң дә, Өфөләгҽ яҡташ яҙыусы, шағирҙарҙың да сығыштары аралашып барҙы. Һәр кҽм тҽлмәр тотто, яҡташтарына күңҽл түрҽндәгҽ һүҙҙәрҽн әйтҽп үттҽ, ижад ҽмҽштәрҽ – шиғырҙарын уҡыны. Баш ҡалабыҙҙан ижадсыларыбыҙ яңы дәрт, илһам һәм рухи көс алып ҡайтҡандарҙыр, тип ышанғы килә.