Иман балҡышы
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында күптән түгел генә үҙенең күркәм 70 йәшлек юбилейын билдәләгән һәм бөгөнгө көндә беҙҙең менән дә ошо шатлығы менән уртаҡлашыусы яҙыусы, уҡытыусы, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Хәйҙәр Тапаҡовтың ижадына арналған “Иман балҡышы” исемле осрашыу үтте. Кисәлә яҡташ яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, шулай уҡ Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Зәкиә Сөләймәнова, Көнһылыу Сөләймәнова, Фәриҙә Исмәғилева, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Бөтә донъя яҙыусылар көнө булараҡ, кисә башында һүҙ яҙыусының кем өсөн һәм нисек ижад итеүе хаҡында барҙы. Хәйҙәр Ниғәмәт улының тәүге ижад емеше шиғыр булған икән. Рәшит Солтангәрәевтың тәҡдиме менән ул прозаға күскән һәм бөгөнгө көндә ошо өлкәләге уңыштары өсөн юбиляр уға рәхмәтле икән. Тәүге һөнәре медицина булараҡ яҙыусы әҫәрҙәрендә ошо өлкәне камил яҡтырта. Әҫәрҙәренең прототиптары тураһында ла һорауҙар булды. Артабан Хәйҙәр Тапаҡовтың “Ағиҙел” журналының 2-се һанында баҫылған “Мәсет” повесы буйынса ҡыҙыу фекер алышыу үтте, һорауҙар ҙа күп булды. Автор һәр һорауға төплө, ентекле яуаптар бирҙе.
Кисә һуңында юбилярға иҫтәлеккә бүләктәр бирелде. Ул да үҙ сиратында ҡатнашыусыларға “Ағиҙел” журналын өләште.