«Ир ҡанаты – ат булыр»
Бөгөн Баймаҡ биләмә–ара үҙәк китапханаһында башҡорт батырҙарына, башҡорт атына арналған «Ир ҡанаты – ат булыр» исемле патриотик сара үтте. Был сара легендар шәхес Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 127 йыл тулыу һәм халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивале айҡанлы ойошторолдо. Сараның ҡунаҡтары – Рәсих Йортбәков, Даян Ғүмәров һәм башҡорт кавалерия дивизияһының яугире Мотаһар Ғималетдин улы Шәриповтың ҡыҙы Мәрйәм Шәрипова – Баймаҡ ҡалаһының Өфө яғыулыҡ–энергетика колледжы студенттары менән осрашты. Китапханасылар сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһының Геройы, легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлы, үлемһеҙ батырлыҡтары менән таныштырҙы. Сара ваҡытында Мәрйәм Шәрипова атаһы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, яуҙағы тетрәндергес ваҡиғаларҙы бәйән итһә, ә «Башҡорт аты» фестивале еңеүселәре булған Рәсих Йортбәков һәм Даян Ғүмәров иһә, үҙҙәренең башҡорт атына ҡарата һөйөүҙәрен, ихтирамдарын белдерҙе. Шулай уҡ еңеүгә өлгәшеү серҙәре менән уртаҡлашып, йәштәргә кәңәштәрен һәм теләктәрен еткерҙе. Урал аръяғы сәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Урал Моратов башҡарған йыр сараға дәрт һәм йәм өҫтәне.
В Баймакской межпоселенческой центральной библиотеке состоялась встреча «Ир ҡанаты – ат булыр», приуроченная к 127-летию Минигали Шаймуратова и ежегодному международному фестивалю «Башҡорт аты».
Гостями мероприятия стали Расих Юртбаков, Даян Гумеров и Марьям Шарипова, дочь воина Башкирской кавалерийской дивизии Мутагара Гималетдиновича Шарипова, которые встретились со студентами городского филиала Уфимского топливно-энергетического колледжа.
В рамках мероприятия библиотекари рассказали студентам о Герое РФ, легендарном командире 112-й Башкирской кавалерийской дивизии – Минигали Шаймуратове. Марьям Шарипова поделилась воспоминаниями об отце и рассказала о событиях, которые произошли на поле боя, а победители фестиваля «Башҡорт аты» выразили любовь и уважение к башкирской лошади, поделились секретами своих побед, дали советы и пожелания молодым людям.
Благодарим гостей мероприятия «Ир ҡанаты – ат булыр» за участие и за то, что поделились своими воспоминаниями и опытом. Также выражаем признательность преподавателю Зауральского агропромышленного колледжа Уралу Муратову, за исполнение символической песни, которая украсила наше мероприятие.