logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Ирәндек гәүһәрҙәре-2» йыйынтығының исем туйы үтте.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» йыйынтығының исем туйы үтте. Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы быйыл #ЧитайНеОдин республика волонтерҙар конкурсында «Ирәндек гәүһәрҙәре» проекты менән еңеп сыҡты. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә һәм ошо проектҡа ярашлы Рәйес Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижадын туплап, Сибай типографияһында «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» йыйынтығы баҫылды. Кисәлә “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре – журналдың баш мөхәррире урынбаҫары, яҡташ яҙыусы, шағир һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай һәм “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, шағирә, филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәева ҡатнашты. Улар “Аҡмулла арбаһы” проекты менән таныштырҙы. “Ағиҙел” журналы 2023 йылдың март айында бер быуатлыҡ юбилейын туйлаясаҡ. Ошо уңайҙан журнал коллективы “Аҡмулла арбаһы” проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына лайыҡ булды. Грант сиктәрендә Баймаҡта “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” китабының исем туйы – республикала һәм Мәскәүҙә үтәсәк сараларҙың тәүгеләре булды. “ZOOM” аша журналдың баш мөхәррире, яратҡан яҙыусыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй Василий Шукшин исемендәге хикәйәләр конкурсы лауреаты Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин да сығыш яһаны.
Кисәлә «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» авторҙары – Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе, проза авторҙары йыйынтыҡҡа ингән хикәйәләрҙең яҙылыу тарихын һөйләне. Рәмил Хәсәнов ҡәләмдәштәренә ҡурайҙа моңло көйҙәр бүләк итте. Быға тиклем китап сығарып өлгөргән авторҙар китаптарын китапханаға бүләк итте. Драматург Әминә Яхина “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә уҙғарылған #КИТАП_БҮЛӘК_ИТӘМ акцияһы буйынса Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеванан эстафетаны һәм бүләккә “Ҡарағай менән аҡ бейеү” китабын ҡабул итеп алып, яҙыусы Рәйсә Иҫәнбаеваға “Башҡорт туй йолалары” китабын һәм “Ағиҙел” журналының “Күктәргә осто йәнем” повесы ингән 8-се һанын бүләк итте.
“Ирәндек гәүһәрҙәре”нең тәүге томлығына ингән, хәҙер инде тиҫтәнән ашыу китаптар авторы Рәйсә Иҫәнбаева, ҡәләмдәштәренә фатиха һүҙен әйтеп, яҙғандарҙы ташҡа баҫтырып барырға, шулай итеп халыҡҡа рухи мираҫ ҡалдырырға саҡырҙы.