logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Ирәндек гәүһәрҙәре-2”

Дуҫтар!
Шәп яңылығыбыҙ бар!
Ниһайәт, “йәнгүҙәй”ҙәрҙең ныҡ түҙемһеҙләнеп көткән “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” китабы донъя күрҙе!!!! Унда 42 авторҙың шәп ижад емештәре тупланды.
Бөгөн генә 75 данаһын Сибай типографияһынан йылы ғына көйөнсә алып ҡайттым, тиҙҙән тағы 75-е баҫыласаҡ, Алла бирһә! Китабыбыҙҙың “әсәһе” Миңсара Рәшит ҡыҙы Хәбиловаға һәм типография хеҙмәткәрҙәренә ҙур тырышлыҡ һалып китапты өлгөртөүенә рәхмәт!

Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы #ЧитайНеОдин волонтер проекттары республика конкурсында «Ирәндек гәүһәрҙәре» проекты менән еңеп сыҡты. Проекттың маҡсаты – «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» йыйынтығын сығарыу, Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһен пропагандалау аша Баймаҡ районының рухи мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, поэзия һәм проза өлкәһендә ҡәләм оҫталарының яңы быуынын барлыҡҡа килтереүгә һәм яңы исемдәрҙе асыуға булышлыҡ итеү. Ошо проектҡа ярашлы китабыбыҙ донъя күрҙе лә инде!

Кемдәр һатып алырға теләй – Баймаҡ китапханаһына рәхим итегеҙ! Хаҡы – 435 һум.