Ишбирҙе ауыл китапханаһы
Тарихын белмәгән кеше тамырһыҙ ағасҡа тиң, шуғалыр ҙа башҡорттар элек-электән үткәндәре менән ҡыҙыҡһынған. Ауылыбыҙҙың тарихына тағы ла бер тапҡыр байҡау яһап алыу, һығымталар яһау маҡсатында ауыл тарихын өйрәнеүселәр Юнысова Сәрүәр Салауат ҡыҙы, Иҫәндәүләтов Ғәҙел Миңлеғәле улы, Тулыбаева Нәсихә Дәүләт ҡыҙы, Ишбирҙе ауыл биләмәһҽ хакимиәте башлығы Иҫәндәүләтова Гөлшат Рәмзә ҡыҙы, мәктәп директоры Дәүләткилдина Ләйсән Сәфәрғәли ҡыҙы, “Ҡоролтай” ойошмаһы етәксеһе Иҫәндәүләтов Сәлим Мөхтәр улы, “Атайсал” ҡоро етәксеһе Дәүләткилдин Әхмәт Зәйнетдин улы,тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улы ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо.
Һөйләшеүҙе башлап иң беренсе һүҙҙе Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлшат Рәмзә ҡыҙына бирҙек. Ул, был түңәрәк өҫтәлдең киләсәктә ауылға ингән ергә ҡапкә эшләтеп йылдарын яҙыр өсөн, Ишбирҙе ауылына нигеҙ һалынған ваҡыттың дөрөҫ датаһын билдәләү маҡсатында ойошторолоуы тураһында һөйләп китте.
Ишбирҙе ауылына нигеҙ һалыныу тарихы буйынса бер нисә фараз бар:
1) Ғ.Иҙелбаевтың “Мин ҡасандыр бында тыуғанмын” китабына күҙ һалғанда 1816 йылда Ишбирҙе әле Ҡыуаттан айырылмаған булған. Ә инде архивтағы табылған документтарҙан 1844 йылда әле Ишбирҙе ауылы булмаған, ә бына 1859 йылда айырым ауыл булып яҙылған.Ул ваҡытта 34 ғаиләлә 129 ир кеше, 101 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән.
2) Баймаҡ районының тарихына ҡағылған “Баймакский край” тип аталған китапта ауылға нигеҙ һалыу йылы 1770 йыл тип күрһәтелә
3) Ә икенсе ғалим Әсфәндияров ауылдың барлыҡҡа килеүен Йылым ауылы яғынан Бөрйән ырыуы вәкилдәренән күсеп килеүе менән бәйләй. Тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Борис Мөхәмәт улы архив документтарынан эҙләнгәндә 1770 йылдарҙа Ишбирҙе ауылына нигеҙ һалыныуы тураһында мәғлүмәттәр барлығын әйтеп үтте, ә инде ауыл аҡһаҡалдары әйтеп ҡалдырыуынса 1853-1856 йылдарҙа нигеҙ һалынған булырға тейеш тигән фекерҙә ҡалды ауылдың тарихын өйрәнеүселәр.
Нисек кенә булмаһын, архив материалдары булһынмы, халыҡ араһында йәшәп килгән легендалар булһынмы – был фараздар йәшәй һәм йәшәйәсәк, халыҡ ҡайҙан ғына күсеп килмәһен ауылға Ишбирҙе Тулыбаев исемле кеше нигеҙ һалыуы билгеле.
Мәктәп уҡыусыларының да ауыл тарихына битараф булмауы һөйөндөрә. Үткән йыл китапхана тарафынан ойошторолған “Ауылым тарихы” конкурсында әүҙем ҡатнашһалар, быйыл С.Барлыбаева ойошторған “Тыуған ауылым” исемле иншалар конкурсында ла бик теләп ҡатнаштылар. Сарала уҡыусылар ошо иншалары менән таныштырып, килгән ҡунаҡтарҙы “Баймағым” йыры менән сәләмләнеләр.
Беҙҙең киләсәктә эҙләнәсәк эштәр бик күп әле, ауылдаштар ҙа ярҙамдарын ташламаҫ тип уйлайбыҙ, беҙҙең ошо крайҙы өйрәнеүселәр тарихты тағы ла төптәнерәк эҙләнерҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ.