logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ишмухаметовская сельская библиотека

Ишмөхәмәт ауылы китапханаһында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт ҡото” ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһы үтте. Сарала бынан 20-40 йыл элек Байыш ауылының ҡыҙҙары, Ишмөхәмәт ауылына килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Бер ауылдың ҡыҙҙары йәш ваҡыттарын, бала-саҡтарын иҫкә төшөрөп хәтирәләргә бирелделәр. Ауыл советы депутаты Зәкиә Сәлимйән ҡыҙы ” Милләт киләсәге – айыҡ, рухлы, иманлы быуында” исемле бик тә әһәмиәтле лекция һөйләне. Т. Ғарипованың “Бөйрәкәй” китабы буйынса әңгәмә булды. Барыһы ла өлгөлө ғаиләләр, дини һәм әхлаҡи тәрбиә менән балалар тәрбиәләп килен, әсәй, ҡәйнә, өләсәй булып донъя көтә Байыш ҡыҙҙары.