“Изгелек өләш”
Беренсе октябрь – Ололар көнө алдынан китапхана янында эшләп килгән “Изгелек өләш” проекты, мөмкинлектәре сикләнгән оло йәштәгеләрҙе йыйҙы.Әйтергә кәрәк, был проект китапханала тиҫтә йылға яҡын эшләй һәм клуб ағзалары беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, намыҫлы хеҙмәт юлы үткән абруйлы ветерандар.
Баймаҡ биләмә – ара китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова сараны асып, китапхана дуҫтарын сәләмләне, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан сараны йәмләп «Йәшәйек донъяны яратып» йыры менән Дамир Юнысов һәм “Еҙ үксә” бейеүе менән Розалина Вәлиева ҡунаҡтарыбыҙҙың күңелен күтәрҙеләр.Тәмле сәй табыны артында оло йәштәгеләр бер-береһе менән осрашып, аралашып, күңел асып, бүләктәр алып таралышты.