“Ижад – бар булмышым, янһам, көйһәм дә”
Талантлы яҡташыбыҙ, Ш.Хозайбирзин, Р. Хажиев исемендәге премиялары лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан республикаһының журналистар ағзаһы Рәзилә Ырыҫҡужина менән осрашыу баймаҡтар күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған “Ижад – бар булмышым, янһам, көйһәм дә” тип аталған ижад кисәһендә Рәзилә Ишбулды ҡыҙының яҡындары, туғандары, синыфташтары, һабаҡташтары, ауылдаштары, әҙәбиәт һөйөүселәр, китапханасылар ҡатнаштылар. Осрашыу Баймаҡ районы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Йыһаншина Гөлназ Хәлидәр ҡыҙының ҡотлау һүҙҙәре менән башланды. Алып барыусылар авторҙың ижад һәм тормош юлы менән таныштырҙылар, китапханасы хеҙмәткәрҙәре юмористик әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереп, хикәйәләрен уҡынылар. Сара барышындағы блиц интервью авторҙың донъяға, ижадҡа, тормошҡа ҡарашын, күңел торошон асты.
Шулай уҡ, Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Шиғыр тәҡдим яһай” исемле яңы китабы менән танышыу әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Был китапҡа авторҙың алтын юбилейына ҡарата төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары тупланған.
Автор башҡарыуындағы шиғырҙар тамашасыларҙы уйландырҙы ла, хисләндерҙе лә.
Йәнегет ауыл хакимиәте делегацияһының, туғандарының, сыныфташтарының һәм һабаҡташтарының, яҡын дуҫы, рухташы Айгөл Айытҡолованың тәбрикләү һүҙҙәре авторҙы дәртләндерҙе. “Һаҡмар” гәзите мөхәррире Гүзәл Исәнгилдинаның күңел түренән сыҡҡан изге теләктәрен тамашасылар йылы ҡабул иттеләр. Был матур сығыштар яҡташтары күңелендә Рәзилә Ишбулды ҡыҙына ҡарата ғорурлыҡ һәм оло хөрмәт тойғоһо уятты.
Сибай ҡалаһынан килгән талантлы йырсы Азат Исҡужин, Баймаҡ ҡалаһынан һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров авторҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы бик оҫта итеп башҡарып, тамашасылар күңеленә еткерҙеләр.
Үҙен тәү сиратта сатира оҫтаһы итеп танытҡан, үтә лә нескә күңелле, хисле шағирә, ике ул өсөн өҙөлөп торған әсәй һәм тоғро, наҙлы ҡатын Рәзилә Ырыҫҡужинаға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Ижадығыҙ менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелдәрен яҡтыртып, китап уҡыусыларҙы яңынан-яңы әҫәрҙәрегеҙ менән һөйөндөрөп йәшәгеҙ!
Фотолар: vk.com/album-36585846_31247…