logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“ИЖАД ТЕТРӘНЕҮҘӘН ЯРАЛА”

З.Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында талантлы әҙибә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Күсей ауылының Почётлы гражданы Таңсулпан Ғарипованың “ИЖАД ТЕТРӘНЕҮҘӘН ЯРАЛА” исемле ете томлығының исем туйы юғары кимәлдә үтте. Кисәлә саҡырылған ҡунаҡтар, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар һәм әҙибәнең ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. “Ете ҡыҙ” көйө аҫтында китапхана ҡыҙҙары сығып, 7 томға ниндәй ниндәй әҫәрҙәр тупланыуы менән таныштырҙы. Һөйләшеү күберәк М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә аншлаг менән барған, хатта Ҡазан һәм «Александринский» фестивале сиктәрендә Санкт-Петербург театрҙарын шаулатҡан “Бөйрәкәй” спектакле тураһында барҙы. Сөнки күп йылдар “Бөйрәкәй” буйынса сериал төшөрөргә кәрәк, тигән фекерҙәр яңғыраны. Ә ул фильм түгел, ә спектакль булып сәхнәгә сыҡты, 2023 – 2024 йыл миҙгелендә “Алтын битлек” Рәсәй Милли театр премияһының 100 иң яҡшы спектакль иҫәбенә инде, Санкт-Петербургтың театр критиктары тарафынан да йылы ҡабул ителде. Хатта тамашасылар ҙа “Памятник эпохи”, – тип спектаклгә ҙур баһа бирҙе. Кисәлә тамашасыларға Санкт-Петербургта күрһәтелгән тамаша тураһында видеояҙма күрһәтелде. Күсей ауылынан “Сутылдаҡтар” театр берекмәһе (етәксеһе – Күсей ауылы китапханасыһы Вилиә Рәшит ҡыҙы Латыпова) ауылдашы Таңсулпан Ғарипованың “Аҡлы-ҡаралы донъя” хәтернамәһе буйынса библиоперфоманс күрһәтте. Саҡырылған ҡунаҡтар әҙибәнең ижады буйынса йылы тойғолары менән бүлеште, Таңсулпан Ғарипованың драмаларынан монологтар, шиғырҙары, шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Дүрт сәғәт барған иҫ киткес йәнле лә, йәмле лә тамашаның видеояҙмаһы тиҙҙән буласаҡ.